Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
26 Декабрь 2020, 11:00

Кремль шыршыһы тәүге тапҡыр телевизион форматта ойошторола

«Бишенсе йыл миҙгеле, йәки Яңы йылды Кем уйлап тапҡан» яңы йыл спектакле Кремль һарайында тамашасыһыҙ сәхнәләштерелә һәм 31 декабрҙә киске сәғәт 6-ла (Мәскәү ваҡыты) «Карусель» каналында күрһәтелә.

Теләгән һәр кемде уны телевизорҙан ҡарарға саҡыралар.
Тамашала Мәскәү театрҙары һәм кино артистары, акробатика буйынса Рәсәйҙең йыйылма командаһы, спорт рок-н-ролы буйынса донъя һәм Европа чемпиондары ҡатнаша.
Кремль шыршыһы трансляцияһын 7 ғинуарҙа киске 8-се яртыла (Мәскәү ваҡыты) һәм 13 ғинуарҙа сәғәт 5-тә (Мәскәү ваҡыты) лә ҡарарға мөмкин.
Башинформ.
Читайте нас