Был һөнәр – яҡшы белем һәм тәжрибә, ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ талап иткән, ер йөҙөндәге иң ауыр, хәүефле һәм изге һөнәрҙәрҙең береһе. Хатта тыныс көндәрҙә лә ҡотҡарыусылар, кешеләрҙең ғүмере, именлеге һәм сәләмәтлеге өсөн көрәш алып барып, алғы һыҙыҡта тора.
Кешеләрҙе ҡотҡарыу хаҡына һеҙ үҙегеҙҙе ҡорбан итергә әҙер булыуығыҙ менән һәр төрлө ғәҙәттәш тыш хәлдәргә, бәлә-ҡазаларға ышаныслы кәртә ҡуяһығыҙ. Һеҙҙең юғары профессионализмығыҙ һәм фиҙаҡәрлегегеҙ беҙҙең ҡала халҡының имен һәм тыныс йәшәүенә нигеҙ булып тора.
Был ҡатмарлы эштең иң төп һөҙөмтәһе – иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ҡотҡарып алып ҡалынған ғүмерҙәр. Кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу өсөн иң беренсе ярҙамға килергә әҙер тороуығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Үҙегеҙҙән алда эшләгәндәрҙең данлыҡлы традицияларын дауам итеп, һеҙ киләсәктә лә ҡотҡарыусы тигән ғорур исемде лайыҡлы һәм намыҫ менән үтәрһеҙ тип ышанам. Байрамығыҙ айҡанлы еңел булмаған һәм һөҙөмтәле эшегеҙ өсөн иң ихлас рәхмәт һүҙҙәремде ҡабул итегеҙ!
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, Ватанға хеҙмәт итеүҙә уңыштар теләйем!
Владимир Куликов,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.