Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
28 Декабрь 2020, 14:35

Республиканың иҡтисади әүҙем халыҡ һаны билдәле булды

2020 йылдың август-октябрь айҙарында Башҡортостан биләмәһендә 15 йәшлек һәм унан өлкәнерәк эшсе көстәр һаны 1,932 миллионға тиклем кәмегән, тип хәбәр итте республика статистиктары.

Башҡортостанда 1,932 миллион иҡтисади әүҙем халыҡтың 1,805 миллиондан ашыуы иҡтисадта мәшғүл, 127 меңдән күберәге – эшһеҙ.
Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә хәҙер эшсе көстәр һаны 75,190 миллион самаһы кеше тәшкил итә, уларҙың 14,754 миллионға яҡыны Волга буйы федераль округына тура килә.
Быйыл август-октябрҙә Башҡортостанда дөйөм эшһеҙлек кимәле 6,6% еткән.
Сағыштырыу өсөн: эшһеҙлек кимәле илдә – уртаса 6,3%, Волга буйы федераль округында 5,6% тиң, тип белдерҙеләр Башстатта.
Башинформ.
Читайте нас