Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
30 Декабрь 2020, 12:30

Һаран, ҡомһоҙ кешене ни көтә?

Әсәйем әйтә ине: “Һаран кеше бик оҙаҡ ыҙалап үлә” – тип. Ысынында мин үҙем ундай хәлде күргәнем булды. Барыбыҙҙы ла Аллаһы Тәғәлә ундай хәлдәрҙән үҙе һаҡлаһын инде. Күргәнем бар: түшәккә ятҡан кешенең бөтә тотҡан ризығын мендәр артына, юрған аҫтына йәшергәнен, аҡсаһын да төрлө ергә ҡыҫтырғанын. Ҡурҡа, күрерҙәр, алып ҡуйырҙар тип. Берәйһе түшәкте рәтләйем тиһә, уҫал итеп ҡарауын күҙәткәнем бар. Был күренеш уның тормошта һаранлыҡ менән йәшәгәнлегенән килеп сығалыр тип уйлайым. Халыҡ та бит тиккә генә «Елдән килгән, елгә осор», «hаран кешенең малын эт ашар, йомарт кеше үҙенекен ашар» тимәгән...

Ә бына һаран, ҡомһоҙ кешене был тормошта ла, үҙе үлгәс тә тағы ниҙәр көткәнен дин ғалимдары былай тип аңлата:
– Аллаһ Тәғәлә ҡомһоҙ хаким ебәрер, малын тартып алыр;
– башына ҙур мәшәҡәт, ҡайғылар килер (янғын, авария, ҡараҡ, һыу баҫыу һ.б.);
– үҙе боҙоҡлоҡ юлына инер, һәм бөтә малын шунда туҙҙырыр;
– ҡурҡыныс сиргә тап булыр, бөтә байлығын дарыуға тотонор;
– башына бәрәкәтһеҙ пландар инер, малһыҙ ҡалыр;
– малын шул хәтле ныҡ йәшерер, ахырҙа үҙе лә онотор, хәйерселеккә төшөр.
– үҙе үлгәс, аҡсаһы, малы насар бәндәләргә мираҫ булып ҡалыр.Тегеләр харамға туҙҙырыр.

Мәҫәлән, бик билдәле генә, һатыу өлкәһендә төрлө вазифаларҙа эшләгән ҡатынды миҫал итеп килтерергә була. Таныштары күп ине, бигерәк тә етәкселәр, табиптар, ғөмүмән, кәрәк кешеләр. Беҙҙең кеүек ябай кешеләр (таныштар, дуҫтар) менән дә яҡшы мөнәсәбәттә булды, ләкин биреү өсөн түгел, алыу өсөн. Уның ҡомһоҙлоғо, һаранлығы (алып торһа ла бирмәй, үҙенә кәрәген эс-бауырыңа инеп һорап ала, түләрмен тигән була) тураһында һүҙҙәр күп йөрөнө. Хатта олоғайғас та, беҙҙе алдаштырып-йолдаштырып, йомоштарын хаҡһыҙ алмай китмәй ине.

Аллаһы Тәғәлә ундайҙарға был доньяла ла шелтәһен биреп ҡуя шул. Уны бер иҫкәртте, ике, өс...ғүмеренең аҙағына саҡлы иман кермәне, аңламаны, үҙгәрмәне. Иң беренсе имәндәй ныҡ ире йәшләй генә аварияла һәләк булды, унан һуң утыҙ йәштәрҙәге ҡыҙы, йәп-йәш кенә улы, ейәне... Ә үҙе ҡартайып үлде, бер биш йыл элек (Аллаһы мине лә, уны ла ғәфү итһен инде. Исемен әйтмәй фәһем өсөн яҙырға рөхсәт ителә). Шулай итеп, ғүмер буйы харам юл менән йыйған аҡсаһы, 3-4 яҡшы фатиры бер яңғыҙ килененә тороп ҡалды.

Ундай хәлдәр тормошта бик күренеп бармаһа ла, һәр көн телешоуҙар күрһәтеп торалар бит.
Ә һүҙҙе бер нисә хәҙис менән ослағы килә:
“Мәрхәмәтле, шәфҡәтле, ми-
һырбанлы, йомшаҡ күңелле кешеләрҙе Аллаһ Тәғәлә үҙ рәхмәтенә лайыҡ ҡылыр. Ерҙә булғандарға рәхмәт, шәфҡәт күрһәтегеҙ, Аллаһ Тәғәлә һеҙгә мәрхәмәт ҡылыр”.
“Ас ҡалған кешегә ризыҡ бирегеҙ, тамағын туйҙырығыҙ, ҡоллоҡҡа эләккән кешегә, ҡоллоҡтан ҡото-лорға ярҙам итегеҙ, ауырыу-сырхау-ҙарҙың хәлен барып белегеҙ”.

З. Вәлиева.
Читайте нас