2021 йыл символы – аҡ металл үгеҙ. Был йыл ҙур эштәр һәм оло ваҡиғалар йылы. Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ ҙа күптәнге хыялын тормошҡа ашыра ала. Үгеҙ - олпат, сабыр холоҡло, изге хайуан. Әммә кәрәк булһа, ул тиҙ һәм туранан-тура ҡырып-емереп эш итә белә. Хәйер, “һыйыр тулаһа, аттан яман тулай” тиҙәр бит, уны был хәлгә еткермәгәнең хәйерле. Әйткәндәй, Көнсығыш илдәренән айырмалы, башҡорттар быуаттар дауамында йыл атамаларын Шәреҡ мөсәле буйынса (Үгеҙ йылы түгел, ә Һыйыр йылы) атаған. Шуға ярашлы, тик уңыш алыу, һауа торошо менән бәйле һынамыштар ғына туплаған. Мәҫәлән: "Һыйыр йылы - туҡлыҡ". Үгеҙ йылы түгел ул, Һыйыр йылы бит ул!"-тигән раҫлауҙарға ла ҡолаҡ һалайыҡ. Тик нисек кенә булмаһын, был йыл Һыйыр йылы булған һымаҡ уҡ,Үгеҙ йылы ла ул. Үгеҙ менән Һыйыр бер үк ҡурала, бер үк шарттарҙа йәшәй. Һыйыр йылы тигәндә, беҙ Үгеҙҙе лә күҙ уңында тотабыҙ. Ни тиһәң дә, Һыйыр янында Үгеҙ булмаһа, быҙау ҙа, һөт тә булмай бит... Нисек кенә атаһаҡ та хәйерле йыл килһен!
Йыл Аҡ металл үгеҙ билдәһе аҫтында үтәсәк.
Металл ныҡлыҡ, тотороҡлолоҡ һәм ышаныслылыҡ тураһында һөйләй. Йыл хужаһы намыҫлылыҡ, әйткән һүҙеңдә тороу, түҙемлек кеүек сифаттарҙы баһалай.
Ошо һанап үтелгән сифаттары булмағандарҙы үгеҙ мөгөҙө менән эләктереп алыуы ла бар!
Үгеҙ, бөтә нәмәлә лә эшһөйәрлекте, тырышлыҡты ярата, кемдә ошо үҙенсәлектәр бар, уларҙы хөрмәт итә. Был йылда үҙеңдең карьераң өҫтөндә эшләргә кәрәк, эшһөйәр Үгеҙ эшләгәндәргә ярҙам итәсәк.
Ғаиләгә айырыуса иғтибар. Ғаилә булдырыу, уны нығытыу һәм киңәйтеү өсөн уңышлы мәл.
Яңы йылды нисек һәм ҡайҙа ҡаршыларға?
Үгеҙ маһайғандарҙы, маҡтансыҡтарҙы яратмай. Ул төплөлөк һәм нигеҙлелек яҡлы. Шуның өсөн 2021 йылды ғаилә кланы башлығы эргәһендә, яҡындар һәм туғандар менән ҡаршы алырға кәрәк. Табынға ысынлап та ҡәҙерле булған кешеләрҙе йыйырға тырышығыҙ. Был йылдың тантанаһын ныҡлы уйлап, хатта сценарий төҙөп үткәрергә кәрәк. Йәғни, төрлө уйындар, бүләк биреш тураһында уйлап эш итергә кәрәк.
Үгеҙҙе йыл төҫөндә - аҡ, аҡһыл көрән, фил һөйәге, ҡайнатылған һөт, кершән төҫөндәге кейемдә ҡаршылау урынлы булыр. Ялтырауыҡлы булһа ла яҡшы. Ҡатын-ҡыҙҙарға аҡ металдан ҙур ғына биҙәүестәр, брошкалар, ирҙәргә күлдәк еңенә ҡаптырмалар һ.б.
Яңы йыл төнөндә йыл символының күңелен күрһәң, йыл буйынан муллыҡта йәшәрһең тигән юрауҙар бар.
Үгеҙ сағыу төҫтәрҙе, яһалма әйберҙәрҙе яратмай. Өйҙө биҙәгәндә бер ниндәй ҙә ҡыҙыл төҫ булырға тейеш түгел. Беҙгә рәхимле, тыныс йыл хужаһы кәрәк. Өйҙө ике төрлө биҙәргә була.
Беренсеһе – тантаналы. Салт аҡ төҫтәге, крахмалланған салфеткалар. Алтын, көмөш һәм йәшел төҫтәге деталдәр булһа ла ярай. Көмөш төҫөндәге ялтырауыҡлы майшәмдәр булһа бигерәк тә шәп.
Йыл хужаһына маҡтау һүҙҙәре әйтергә лә онотмайбыҙ.
Өҫтәлдең уртаһына һолонан «көлтә» ҡуйырға мөмкин. Уны бер ай алдан үҫтерергә кәрәк ине, булмаһа, зоомагазиндан алырға була, шулай уҡ һоло, бойҙай башағы һәм кипкән үлән дә ярай. Йәшел үләнде тере сәскәләр менән бергә ҡуйһаң да була. Ғөмүмән, бүлмәлә үҫемлектәр күп булырға тейеш.
Икенсе вариант– эко-стиль. Бында инде киндер йә кизе-мамыҡ туҡыманан ашъяулыҡтар,
салфеткалар, мендәрҙәр һ.б. тәрилкәләрҙе утыртырға бесәндән «оя» яһайбыҙ. Өҫтәлде кишер, ҡабаҡ кеүек асыҡ төҫлө йәшелсәләр менән дә биҙәргә була.
Табындағы ризыҡтар араһында күбеһенсә салаттар булырға тейеш. Әлбиттә, Яңы йыл салаттары батшаһы - оливье (тик һыйыр итенән башҡа!). Уның менән йәнәш йәшелсә, йәшләүек менән салаттар ҡуйығыҙ, теләһәгеҙ, ярма ҡушып яһарға була. Ә бына Үгеҙ йылында һыйыр итенән баш тартырға кәрәк, уның урынына ҡаҙ, өйрәк, күркә, тауыҡ итенән тәғәм ҡуйығыҙ. Шуныһын да онотмағыҙ: Үгеҙ һөт аҙыҡтарын ярата.
Йыл хужаһы өсөн ябайлыҡ һәм сифат мөһим. Табынығыҙ мул булһын, өҫтәлегеҙ төрлө аш-һыуҙан һығылып торһон.
Йылды бурысһыҙ ҡаршыларға кәрәк. Үгеҙ бар нәмәлә лә тик үҙеңә генә ышанырға күнеккән. Аҡса мәсьәләһен асыҡлағыҙ. Үгеҙ һарандарҙы яратмай, йомарт булығыҙ, юғиһә йыл ауыр үтеүе бар. Яңы йыл кисендә аҡса янсығығыҙҙа пластик карталар ғына түгел, ә тәңкә һәм һумлыҡ аҡсалар ҙа булһын.
Аҡсағыҙ күп булһын өсөн, төн уртаһында кеҫәгеҙгә һумлыҡтар менән тинлектәр һалып ҡуйырға кәрәк. Һәм, әлбиттә, Яңы йылға үпкәләшмәй, ирешмәй-талашмай ғына инегеҙ. Кемдәр менән арағыҙ боҙолошҡан – ярашығыҙ һәм бәхетле булығыҙ!