Хөрмәтле коллегабыҙ Эльдар ФӘТТӘХОВты өсөнсөгә атай булыуы менән ҡотлайбыҙ! Яңы йылға ҙур бүләк булып, ағалары Ғайсар менән Ибраһимға иш булып ҡыҙҙары тыуҙы.
Ошо мәлдә, ирекһеҙҙән, Гөлфиә Юнысованың шиғыр юлдары иҫкә төшә:
Бәпес ҡайтты, бәпес ҡайтты ,
Өйөбөҙҙә ҡояш ҡалҡты:
Аҡ биләүҙә серле йомаҡ,
Илауы ла моңло һымаҡ.
Бәпес ҡайтты, бәпес ҡайтты ,
Мәшәҡәт һәм шатлыҡ артты.
Башлана бер яңы ғүмер.
Ниҙәр белер, ниҙәр күрер?!
Күҙкәйҙәре - ике сатҡы,
Үтер юлы булһын яҡты.
Тыуған өйгә, тыуған ергә
Хужа булып бәпес ҡайтты.
Бәхетле, тәүфиҡлы сабый булһын, ата-әсәһенә изгелекле булһын, оҙон ғүмерле, иманлы бала булһын! Исемеңә эйә бул, аҡ бәхетле бала бул, сабый!
Эльдар менән Сөмбөлгә бәхетле атай-әсәй булып, балаларына матур тәрбиә биреп, иҫәнлектә-һаулыҡта, таҙалыҡта-байлыҡта ғүмер кисерергә яҙһын!