Тәүге һөҙөмтәләргә килгәндә, әлбиттә, тәү сиратта тоғро гәзит уҡыусыларыбыҙға, матбуғат дуҫтарына рәхмәттәр еткереп ҡалабыҙ. Әгәр ҙә тормошобоҙҙы шау виртуаль донъя солғап алғанда ла кеше бер кинәнеп ултырып гәзит уҡырға теләк, мөмкинселек таба, гәзит һүҙен ҡәҙерләй икән, тимәк, рухыбыҙ ҙа ҡаҡшамаҫлыҡ әле беҙҙең, асылыбыҙ ҙа үткәндәргә тоғро!
Юбилей йылы тураһында һүҙ ҡуҙғатҡанда ла эш йәнә ана шул рух ҡәлғәһенә барып тоташа, минеңсә. Ҡасандыр урғылып аға башлаған “Ашҡаҙар” утыҙ йыллыҡ юбилейын лайыҡлы ҡаршылап, аратабан да үҫергә, үҫешергә маҡсат ҡуя икән – был бер редакция коллективы амбицияһы түгелдер, ә ошо ҡаланы төйәк иткән милләттәштәребеҙҙең дөйөм теләге ул. Ер йөҙөндә юғалмай, теле барлығын, рухи байлығы, мәҙәниәте барлығын, инде килеп милли баҫмалары барлығын белдереп йәшәү теләге. Шуға ла “Ашҡаҙар” гәзите – ул ҡала халҡының, стәрлетамаҡтарҙың дөйөм рухи байлығы!
Әлбиттә, юбилей йылы айҡанлы бихисап пландар ҡоролдо, саралар теҙмәһе күҙҙаллағайныҡ та, тик донъя хәлдәре үҙенсә хәл итте. Әммә, шулай ҙа, конкурстар, бәйгеләр, акциялар үтеп өлгөрҙө. Инде төп сарала бер йыйылып, гәзит яҙмышы хаҡында уйланып, фекер туплап, һөҙөмтәләр барлап, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшәһе генә ҡалғайны ла бит... Ә шулай ҙа сир генә сигенһен, бер йыйылып ҡор ҡороу өсөн сәбәптәре табылыр әле, йәмәғәт, шулаймы? 30 йыллыҡмы, 31 йыл, 32... мөһим түгел. Имен булайыҡ – шуныһы мөһим.
Яңы йыл менән, “Ашҡаҙар” гәзитенең тоғро дуҫтары!
Иң изге теләктәр менән “Ашҡаҙар” гәзите баш мөхәррире Рәмил МАНСУРОВ.