Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең һүгенеп, тәмәке тартып йөрөүен күҙ алдына ла килтерә алмаҫбыҙ... Кеше дингә килһә, үҙенең әҙәбен яҡшыртырға тейеш. Был сөннәт! Сәхәбәләр дингә килгәс, әхләҡтәрен яҡшыртҡан. Улар танымаҫлыҡ дәрәжәлә ҡырҡа үҙгәргәндәр. Элек ғүмер буйы гонаһ ҡылып йөрөһә лә, дингә килгәс ғәҙәтләнгән гонаһтарын ташлаған. “Мин мосолман, әһлүс-сүннәһүәл-джәмәғәһ” тип йөрөйһөң икән, сәхәбәләр кеүек әхләғеңде яҡшыртырға бурыслыһың.
Шул ҡәҙәр ҡәҙерле нәмә булғас, ни өсөн тәртипте йәштән өйрәнмәҫкә лә, ни өсөн йәштән балаларға өйрәтмәҫкә? Боҙолмаҫ борон әхләҡте һаҡлау еңелерәк тә булыр. Йәштән тәртипле булыу – ҙур дәрәжә. Йәштән диндә булған бала тураһында пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: «Ҡиәмәттә, мәхшәр майҙанында эҫелә ғазапланып торғанда, Алла-һының тәхете күләгәһендә рәхәтләнеп торорҙар», тиелгән. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бының ту-раһында шулай әйткән: “Йәштәрегеҙҙең иң яҡшыһы – оло кешеләргә оҡшарға тырышҡаны, оло-ларҙың иң насары – йәштәргә оҡшарға тырышҡаны”. (Бәйхаҡы)
Был хәҙистә үҙен олпат, әҙәпле тотоусы, ололарса уй-фекер йөрөтә белгән балалар тураһында һүҙ бара. Холҡо менән ололарға оҡшарға тырышыусы бала иң хәйерле, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм тарафынан маҡталған бала була. Ә, киреһенсә, үҙҙәрен вайымһыҙ тотоусы, йәштәргә оҡшарға тырышыусы ололар, йәштәр кеүек кейенәләр, һөйләшәләр, ҡыланалар – былар инде иң йүнһеҙҙәр. Бындайҙар пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәтғәләйһис-сәләм тарафынан тәнҡитләнгәндәр.
Йәштәр һымаҡ кейенеп йөрөгән әбейҙәрҙе күреп хайран ҡалаһың. Килешмәһә лә йәштәр кейемен кейәләр, биҙәнәләр. Үҙҙәренсә быны матур тип уйлайҙар. Ләкин асылда, киреһенсә, ерәнгес кенә.
Йәштәргә килешкән кейем ололарға килешмәй... Ололарға үҙ дәрәжәһен белеп, ололарса кейенеү тейешле. Ололарҙың матурлығы – олпатлыҡта, аҡылда, хикмәттә. Хәҙистә килтерелгән «күһүл» (ололар) һүҙе 30 йәштән алып 40 йәшкә ҡәҙәремдә булған кеше тип тәржемә ителә. 30 йәштә үк кеше тыйнаҡ булырға, йәштәр һымаҡ бошмаҫ булмаҫҡа тейеш. Хәҙискә ҡарағанда, пенсияға сыҡҡан әбей-бабайҙар әллә ҡасан аҡылға ултырырға, эсеүҙәрен ташлап, мәсеткә йөрөргә тейештәр. Элекке бабайҙар шулай булған да. Шуға ла йәштәр уларҙы ихтирам иткән. Әбей-бабайҙарға бөтөн тирә-яҡтың ихтирамы кәрәк булһа, мәсеткә йөрөһөн, Аллаһ Тәғәлә ҡушҡанса йәшәһен. Шул саҡта тирә-яғында иң ихтирамлы кеше булыр.
Аллаһ Тәғәлә олола-рыбыҙға ихтирам, йәштә-ребеҙгә тәүфиҡ насип итһен!
Н. Ниғмәтуллина.