Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
31 Декабрь 2020, 16:35

Яңы йыл аҡ бәхеттәр алып килһен!

Хөрмәтле Стәрлетамаҡ халҡы!Һеҙҙе ысын йөрәктән Яңы 2021 йыл менән ҡотлайым!

Үткән йыл беҙҙең өсөн еңелдән булманы. Беҙ дөйөм маҡсаттарыбыҙға ирешеү өсөн ауырлыҡтар алдында берҙәм булыуыбыҙҙың мөһим икәнлегенә инандыҡ. Яңы йыл беҙҙең һәр ҡайһыбыҙға аҡ бәхеттәр, шатлыҡ-ҡыуаныстар алып килер тип ышанам.
Яңы йылда теләктәр теләү беҙҙә ғәҙәткә ингән. Иң яҡты хыялдарыбыҙ тормошҡа ашһын әйҙә! Ҡәҙерле дуҫтар, әйҙәгеҙ, яҡшы яҡҡа үҙгәрештәргә ышанайыҡ һәм шуның өсөн ҡулыбыҙҙан килгәнсә тырышайыҡ! Үҙебеҙҙең яҡындарыбыҙға, хеҙмәттәштәребеҙгә һәм күршеләребеҙгә иғтибарлыраҡ, йомарт һәм хәстәрле булайыҡ!
Ҡәҙерле Стәрлетамаҡ халҡы! Ихлас күңелдән һеҙгә Яңы йылда ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйем! Барлыҡ эштәребеҙҙә һәм башланғыстарыбыҙҙа ла уңыштар юлдаш булһын. Байрам менән! Яңы 2021 йыл менән!
Ихтирам менән,
Владимир Куликов,Стәрлетамаҡ ҡалаһы
ҡала округы хакимиәте башлығы
Читайте нас