Бер мәл Мәскәү зыяраттарының береһендә атышып-һуғышып бөтөүҙә-ре хаҡында мәғлүмәт таралғайны. Был үлгән кешене тәрбиәләү, ҡуйыу менән шөғөлләнгән бизнес вәкилдәренең эше булды. Баҡтиһәң, мәскәүҙәрҙән стәрлетамаҡтар ҙа ҡалышмай. Юҡ, һуғыш булыуын булманы. Һүҙем ошо өлкәләге бизнес вәкилдәренең нисек аҡса эшләүҙәре тураһында.
Кеше сығымдарға ике мәлдә аҡсаһын йәлләмәй, тиҙәр: туй, тыуған көндәрҙә һәм яҡынын ерләгәндә. Ҡәбер ҡаҙыусылар, ҡәбер таштары эшләүселәр ошоноң менән файҙалана ла инде. Ҡутарғансы аҡсаһын һорай. Тик мәйетте кем алдан “эләктереп” өлгөрә бит. Ошо хаҡта уйланып, күрәһең, ҡаланың “Память” йола агентлығы етәксеһенә бер шәп уй килә: ә ниңә үлгән кеше хаҡында мәғлүмәтте полицейскийҙарҙан алмаҫҡа, яҡындарының телефон номеры менән бергә, әлбиттә?! Кем белә, бәлки, эшҡыуарға дежур бүлек хеҙмәткәре үҙе был идеяны тәҡдим иткәндер, һәр хәлдә система яҡшы эшләй башлай: 2015-2017 йылдарҙа оператив хеҙмәткәр һәр мәйет өсөн 1-2 мең һум аҡса алып, әлеге агентлыҡ хужаһына мәғлүмәт еткереп тора. Бөтәһе 250 мең һумлыҡ хеҙмәт күрһәтелгәне асыҡланған. Хәйер, уның банк карталарына бер шәхси һаҡ агентлығы хеҙмәткәре тарафынан (йәғни схемалағы өсөнсө енәйәтсенән) 650 мең һум аҡса күсерелгән. Әлегә 400 мең һум аҡсаның ниндәй эш өсөн түләнгәне асыҡланыу өҫтөндә. Хәйер, уныһы ла ерләү мәсьәләләренә бәйлелер инде.
– Алло, һаумыһығыҙ, һеҙ өлә-сәйегеҙгә һәйкәл ҡуйҙыраһығыҙмы?
– Юҡсы! Һеҙ нимә, ул үлмәне бит әле?!.
Был да көләмәс түгел, тормоштан алынған хәл...