Ашҡаҙар
+27 °С
Болотло
Йәмғиәт
31 Декабрь 2020, 21:00

БҮЛӘКТЕ ПРИСТАВТАР АША БИРМӘЙҘӘР

Миллион һумлыҡ бурыс түләтелгән.Суд приставтары алимент түләмәүселәр менән ҡаты эш алып бара. Башҡортостан буйынса Суд приставтары хеҙмәтенән белдереүҙәренсә , ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһында алимент буйынса миллион һумлыҡ бурыс түләтелгән.

БҮЛӘКТЕ ПРИСТАВТАР АША БИРМӘЙҘӘР
Суд приставтары алимент түләмәүселәр менән ҡаты эш алып бара. Башҡортостан буйынса Суд приставтары хеҙмәтенән белдереүҙәренсә , ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһында алимент буйынса миллион һумлыҡ бурыс түләтелгән. Ир кеше балаһын үҫтереүҙә элекке ҡатынына бик һирәк кенә ярҙам иткән булған. Был һирәк төшөп торған түләүҙәрҙҙән башҡа, йылдар дауамында бер миллион һумлыҡ бурыс йыйылып киткән.
Бурыстың күләменән сығып суд ҡарары буйынса ир кешегә автомобиль йөрөтөү һәм сит илгә сығыу мөмкинселеге тыйылған. Уға ҡарата енәйәт эше лә ҡуҙғатҡандар. Сит илгә сәфәр ҡылырға һәм автомобил руле артында хәрәкәт итеүгә тыйыуҙар көскә ингәс атай кеше бурысын түләргә була. Ҙур ғына сумма ҡыҙының бәлиғ булыр ваҡыт еткәс, тыуған көнө алдынан тулыһынса күсерелә. Аҡса бурысы бөтһә лә, атай кешенең ҡыҙына ҡарата артабанғы яуаплылыҡ тойғолары бөтөп ҡуймаһын.
Э. Мөниров.
Читайте нас