Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Ғинуар 2021, 02:00

Ирҙәргә көн юҡ, тиҙәр...

Сәйәсмән ҡатын, лидер ҡатын, бизнес-леди... Был һүҙҙәргә күнегеп тә бөттөк инде. Ҡатын-ҡыҙ һәр ваҡыт алдынғы урындарҙы биләргә тырыша. Бер кемгә лә сер түгел, тормош юлдашын да ир-ат түгел, ҡатын-ҡыҙ һайлай. Тормош-көнкүрештә лә, ғаилә лә ҡатын-ҡыҙ төп ролде үҙ ҡулына ала. Ролде генә түгел, тура һәм күсмә мәғәнәлә, рулде лә... Тейешмен, мин булдырам, мин – көслө! Үҙебеҙҙең кемлегебеҙҙе онотоп китәбеҙ әллә? Һөйгәнеңде, иреңде еңеп алыу кәрәкме? Бар ерҙә лә өҫтөнлөк алыу беҙгә ни өсөн? Ошондай тормош кәрәкме беҙгә? Һорауҙар күбәйә лә китә... Шулай ҙа «Бар донъяны буйһондороу кәрәкме беҙгә?» тигән һорауға һәр ҡатын «Юҡ!» тип яуап бирер ине.

Бәләкәй сағында һәр бер ҡыҙсыҡ ҡурсаҡтар менән уйнай. Сөнки тәбиғәте шундай: йылы өй, балалар ҡарау, ашарға бешереү ҡанына һалынған. Үҫә төшкәс, ҡайҙа ул көслө егет, ҡасан ул килер, үҙенең әкиәт донъяһына ҡасан алып китер икән, тип уйлай. Ләкин тормош ҡанундары тәбиғәт гармонияһынан күптән сыҡҡан шул.
Ҡайҙа һуң ул ысын ир-егеттәр? Был һорау йыш яңғырай. Яуап шундай: ысын ир-егеттәр, ғәҙәттә, ысын ҡатын-ҡыҙҙар эргәһендә була. Ә улай булғас, ысын ҡатын-ҡыҙҙар ҡайҙа? Был риторик һорау әкиәттәге һайыҫҡан кеүегерәк инде: ҡойроғон алһа, суҡышы йәбешә, суҡышын алһа – ҡойроғо.
Күңелдең әллә ҡайҙағы төпкөл аңы, кино кадрҙары кеүек хәтерҙе уята: ана быуаттар төпкөлөндә ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәрен яуға оҙата, бына ул батша хеҙмәтендә 25 йыл буйы йөрөгән ирен көтә, ирен оҙатҡанда саҡ тыуып ҡалған улы ла күптән инде шул әрмелә, һөргөндәр, репрессиялар, Бөйөк Ватан һуғышы... Һәр бер афәт ҡатын-ҡыҙ иңенә, психологияһына тик көслө заттарға хас булған һыҙаттарҙы һала барған: физик көс, таҫыллыҡ, аҡыл, ҡырыҫлыҡ, яуаплылыҡ.
Донъяны ҡатын-ҡыҙ баҫты, ирҙәргә көн юҡ, тиҙәр. Эйе, килешәм. Баҫты шул, ни эшләйек инде. Бөгөнгө заманға ҡарайым да, йыш ҡына тиҫтерҙәремдең тормошон уйлайым. Кейәүгә сыҡмаған ҡарт ҡыҙҙар, бала тапмаған ҡатындар, яңғыҙ әсәләр, айырылышыуҙар... Сәбәптәре күп, әлбиттә. Күңелде шул тиклем һыҙландырған бер-икеһен генә әйтеп үтке килә: беҙҙең быуын егеттәренә (1973 йылғыларҙан алып 1982 йылда тыуғандарға) тура килгән локаль һуғыштар һәм эскеселек. Һис тә был проблемаларҙы тәрәндән уйлағым һәм миҫалдар килтергем килмәй, ҡатын-ҡыҙ булмышым шулай ҡуша...
Эйе, ҡатын-ҡыҙ ниндәй генә алдынғылыҡта булмаһын, ниндәй генә вазифалар биләмәһен, ул – әсәй, өләсәй, уның бәхете лә – ғаиләһендә, балаларында. Иманым камил: уларҙың һәр береһенең күңелендә һәм йөрәгендә тағы ла ҡояш кеүек яҡты, зәңгәр күк кеүек сикһеҙ, йәшел үлән өҫтөндәге ысыҡ кеүек саф бер һүҙ йөрөй – ул Тыныслыҡ!
Читайте нас