Ашҡаҙар
+21 °С
Облачно
Йәмғиәт
31 Декабря 2020, 21:00

Троллейбуссыларҙы нимә борсой?

Ҡала пассажирҙарын башлыса Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы хеҙмәтләндерә. Әлбиттә, троллейбуссыларға ҡарата ваҡыты менән маршрут, мөнәсәбәт буйынса һорауҙар ҙа тыуалыр. Ә бына водителдәрҙең, кондукторҙарҙың һәм идаралыҡтың башҡа хеҙмәткәрҙәренең үҙҙәрен нимә борсой һуң? Предприятиела үткән “Хакимиәт көнө”ндә был һорауҙарҙы ла, уларға яуаптарҙы ла ишетергә мөмкин булды.



Ҡала пассажирҙарын башлыса Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы хеҙмәтләндерә. Әлбиттә, троллейбуссыларға ҡарата ваҡыты менән маршрут, мөнәсәбәт буйынса һорауҙар ҙа тыуалыр. Ә бына водителдәрҙең, кондукторҙарҙың һәм идаралыҡтың башҡа хеҙмәткәрҙәренең үҙҙәрен нимә борсой һуң? Предприятиела үткән “Хакимиәт көнө”ндә был һорауҙарҙы ла, уларға яуаптарҙы ла ишетергә мөмкин булды.

Коллектив менән ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов, уның урынбаҫарҙары, бүлек етәкселәре, төрлө ведомство вәкилдәре осрашты. Күтәрелгән мәсьәләләр башлыса ҡаланы төҙөкләндереү, урам-биҫтәләрҙең торошона ҡайтып ҡалды. Һорауҙарҙың ниндәйҙер өлөшөн коллектив алдан тапшырған булһа, ҡалған мөрәжәғәттәр сара барышында яҙма рәүештә килде. Дөйөм осрашыуҙан һуң етәкселәр троллейбуссыларҙы шәхси рәүештә лә ҡабул итте.

“Төҙөүселәр урамының сигендә ҡасан юл ремонт-ланасаҡ?” тигән яҙма һорауға хакимиәт башлығы урынбаҫары Александр Пантелеев:

– Был мәсьәлә хаҡында беләбеҙ, улай ғына ла түгел, сығымдар иҫәпләнгән, тикшереү үткән, – тип яуап бирҙе. Ғөмүмән, юлды ремонтлау оҙаҡ көттөрмәҫ.

Юл тигәндән, инфраструктураның был төрө әлегеләй сараларҙа йыш ҡына телгә алына. Әлбиттә, һәр саҡ ремонт яһау тураһында ғына түгел. Башҡарылған эштәр буйынса рәхмәт әйтеүселәр ҙә бар. Мәҫәлән, был көндө Хоҙайбирҙин урамын төҙөкләндереүгә ҡәнәғәтлек белдереүселәр байтаҡ булды. Шулай ҙа троллейбус башҡа урамдарҙан да йөрөй бит... ҡайһы бер юлдарҙың торошона дәғүәләр ҙә ишетелде. Мәҫәлән, Бабушкин урамында юл билдәләре (ике йүнәлеште айырып торған һыҙыҡ) юҡлығын телгә алды водителдәр. Яуаптарҙан асыҡланыуынса, билдә булған, тик ул юйылған. Иң мөһиме, һыҙыҡ яңыртыласаҡ.

Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре өсөн мөһим мәсьәләләр хаҡында ла онотманы. Хәйер, конкуренцияны ғына түгел, хәүефһеҙлекте лә күҙ уңында тотҡанда, ул барыһына ла ҡағылалыр: “Ҡасан легаль булмаған маршрут таксиҙары йөрөүҙән туҡтаясаҡ?” - тигән һорау бирҙеләр.

– ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, дәүләт юл күҙәтеү бүлеге менән берлектә тыйылған маршруттарҙа йөрөүселәр буйынса йыш ҡына рейдтар үткәрәбеҙ. Һуңғы “осрашыуҙарҙа” штрафтар һалынды, такси хужалары менән һөйләштек, был проблеманың осона сығырбыҙ, тип ышанам. Әммә ҡапыл ғына закон боҙоусыларҙы тотоуы һәм туҡтатыуы ауыр, береһен япһаң, икенсеһе асыҡланып тора, – тип аңлатып үтте был проблеманың эстәлеген хакимиәт башлығы урынбаҫары Юрий Тротт.

Коллектив үҙҙәренең предприятие яҙмышы буйынса ғына түгел, башҡа компанияларҙың эшмәкәрлеге өсөн дә борсола икән. «Башҡорт сода компанияһы» артабан эшләйәсәкме?” тигән һорау булды. Уға Владимир Иванович үҙе яуап бирҙе:

– Эшләйәсәк. Сеймал табыу буйынса эштәр бара, – тине ул.

Йәштәр донъяһы, торлаҡ мәсьәләһе, ҡала киләсәге һәм башҡа темаларға ҡағылышлы һорауҙар яңғыраны һәм уларҙың һәммәһенә яуап ишетелде. Бындай сараларҙың тағы ла ойошторолоуын теләргә генә ҡалалыр. Бит мөрәжәғәт яҙып, яуап көтәһе йәки шәхси ҡабул итеүгә сиратҡа баҫаһы түгел – хакимиәт башлығы командаһы менән үҙе килеп, һине тыңлай.

Рәмил МАНСУРОВ.
Читайте нас