Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Ғинуар 2021, 02:00

Йылылыҡ өсөн түләү үҙгәрә

Башҡортостан Хөкүмәте ҡа-рары менән октябрҙән башлап муниципалитеттарҙа, шул иҫәп-тән Өфө, Стәрлетамаҡ, Неф-текама, Благовещен ҡалаларында йылылыҡ өсөн түләү үҙгәрә.

«БашРТС» компанияһының мат-буғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әлеге түләү ҡағыҙында 12 айға бүленгән бер үк сумма урынына, йылытыу миҙгеле арауығында айҙыҡын-айға түләп барасаҡбыҙ.
Түләү күләме ике төрлө һаналасаҡ, әгәр ҙә дөйөм йортҡа иҫәп ҡоролмаһы булһа, уның күрһәтеүенән сығып фатир майҙаны буйынса бүленәсәк, счетчик булмаған осраҡта, иҫәп ҡуйылған нормативтарҙан сығып яһала. Был күпме ҡулланғанһың, шул тиклем түләйһең, тигәнде аңлата. Тимәк, миҙгел тамамланғас “перерасчет”, “коррекция” кеүек аңлашылмаған өҫтәп түләүҙәрҙе талап итә алмаясаҡтар. Ә бына кемдең килеме аҙ, мәҫәлән, пенсия йәшендәгеләргә бындай ысул ауырға төшөүе мөмкин, сөнки һыуыҡ айҙарҙа сумма ярайһы уҡ ҙур булып килеүе бар.
Шулай уҡ әлеге ваҡытта ре-сурстар менән тәьмин итеүсе ком-панияларға туранан-тура түләү бу-йынса килешеүҙәр яһау тураһында ла һөйләшеү бара. Бындай килешеү төҙөгәндә түләнгән аҡсалар идара итеүсе компанияға барып туҡталып ҡалмаясаҡ, ә тура ресурс менән тәьмин итеүсегә, мәҫәлән, йылы биреүсе компания иҫәбенә күсәсәк. Әлеге мәлдә 28 мең ошондай килешеү төҙөлгән, 2018 йылдың аҙағына килешеүҙәр һанын 200 меңгә еткерергә планлаштырылған.
Читайте нас