Республикабыҙ Башлығы тарафынан йылды башҡорт теле йылы итеп атау тел, уҡытыуысылар өсөн яуаплылыҡ өҫтәне, шул уҡ ваҡытта шатлыҡлы ла булды. Йыл Стәрлетамаҡ башҡорт теле уҡытыусылары өсөн бик матур хәбәрҙәр менән асылды, шулай уҡ ябылды, былтыр ғинуар айында башҡорт теленән уҙғарылған төбәкара олимпиадаға 18 бала ярышҡа барып, 11 еңеү менән ҡайтты. Уҡытыусыларыбыҙ ҙа яңынан-яңы уңыштары менән шатландырып торҙо. Шәхсән үҙем өсөн йыл бик ҙур һынау булып торҙо: я ҡ ы н д а р ы м д ы - д у ҫ т а р ы м , туғандарым, коллегаларымды юғалттым, ғаиләбеҙ менән ай самаһы ауырып вирустан яфа сиктек. Уңыштары ла булды.
Тап ошо йылда, 2020 йылдың 11 ноябрендә кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланым.Ваҡыт арауығындағы йылдар теҙмәһе һәр кем өсөн бирелә. Кем уны нисек тултыра, нимәһен үҙе менән яңы йылға алып инә, нимәһе иҫке йылда ҡала – бары тик беҙҙең ҡулдарҙа. Уңыштарыбыҙ тағы ла артып,дәртебеҙ һүнмәй, 2020-лә алған стартты юғалтмай, һаулығыбыҙ ҡаҡшамай эшләргә яҙһын!