Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
7 Ғинуар 2021, 18:05

Донъялар тыныслығында йәшәйек!

Зариф ШӘРӘФЕТДИНОВ,төҙөүсе:– Сысҡан йылын:“Хуш киләһең, Яңы йыл!Төклө аяғың менән!Бураҙналар мул булһын,Бабайҙар шулай тигән”,– тигән теләктәр теләп, яҡты өмөттәр бағлап, ҡаршы алғайныҡ та ул.

Тик Сысҡан йылы бер ҙә төклө аяғы менән килмәне шул, Ер шарына тажвирусын сәсеп, олоғара афәт килтерҙе. Сир генә түгел, иҡтисад та кешеләрҙең хәлен алды. Төҙөлөш өлкәһендә күп эштәр туҡтап ҡалды шул иҫәптән, әммә ваҡыт үтәүтә барыһы ла үҙ бураҙнаһына ҡайта буғай. Төҙөүсе булараҡ, ошондай хәлдәрҙән һабаҡ алып, берберебеҙҙең ҡәҙерен белеп, артабанғы тормошто тик ныҡлы нигеҙҙә, яҡшылыҡ сифаттары менән генә
төҙөргә тигән теләктә ҡалам. Үгеҙ йылын да беҙ тағы ла хуш киләһең, Яңы йыл, төклө аяғың менән, тип өмөтләнеп ҡаршы алабыҙ. Тик, Үгеҙ, тажвирус пандемияһын бер үк
туҡтат, халҡыбыҙҙы ҡара ҡайғыларға батырма, тип тә өҫтәге килә. Киләсәгебеҙ бер үк ышаныслы, яҡты, өмөтлө булһын. Ер шарында бер ваҡытта ла һуғыш ғәрәсәте сыҡмаһын. Бөтә Ер шары кешеләре дуҫ, бәхетле, һау-сәләмәт булһындар, бер-береһенә изгелектәр эшләп кенә йәшәһендәр. Бала саҡтағылай бәләкәй генә шатлыҡты ла оло итеп, донъябыҙға, Ер шарында йәшәүебеҙгә шатлана беләйек. Башҡаса бәлә-ҡазалар күрмәй, күңел тыныслығында, донъялар тыныслығында йәшәйек. Ошо донъяларҙа йәшәүе – үҙе бер мөғжизәләр тулы әкиәт бит ул. Сихри Яңы йыл менән һеҙҙе, дуҫтар!
Читайте нас