Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
7 Ғинуар 2021, 17:15

Стәрлетамаҡтар аҡ бәхеттәр теләй!

– 2020 йыл, күптәр әйтер, еңел булманы тип! Эйе, яҡындарыбыҙҙы юғалттыҡ, сирләп бөттөк, һынауҙарға дусар булдыҡ. Шул уҡ ваҡытта, уйлай китһәк, ошондай һынауҙар беҙҙе берләштерҙе түгелме ни? Беҙ яңы шарттарҙа йәшәргә өйрәндек.

Бер-беребеҙ менән аралаша алыуыбыҙ, күҙгә-күҙ ҡарашып хәл белә алыуыбыҙ – ниндәй ҙур бәхет икән дә! Медицина өлкәһендә эшләгән кеше булараҡ шуны әйтер инем: нисек кенә тапалған һымаҡ яңғырамаһын, һаулыҡ – һәммәбеҙ өсөн дә иң мөһим нәмә. Уны бигерәк тә сир менән күҙгә күҙ ҡарашҡас нығыраҡ аңлай башлайһың. Шуға 2021 йылда, ғөмүмән, алдағы тормошоғоҙҙа сәләмәтлегегеҙҙе ҡайғыртып, күберәк хәрәкәт итеп, сәйәхәт ҡылып йәшәгеҙ, яҡындарығыҙға иғтибарлыраҡ булығыҙ. Йыл йомғаҡлағанда беҙ үткән эштәргә, тормошҡа байҡау яһайбыҙ. Әлбиттә, тәү сиратта сир тураһында уйланыла, әммә ошо уҡ мәлдә, күпме яңылыҡтар кисерҙек, асыштар булды, уңыштар ҙа урап үтмәне бит Кешелекте! Шәхсән үҙем белемемде камиллаштырҙым, медицина
өлкәһендә яңы алымдар өйрәндем, сер түгел, яңы иҡтисади шарттарҙа ла эшләргә өйрәнергә тура килде. Нисек кенә булмаһын, артабан был афәттән ҡотолоп, һаулыҡта, матур тормошта йәшәргә яҙһын! Барығыҙҙы ла Яңы 2021 йыл менән ҡотлап, иң-иң изге теләктәр теләп ҡалам!
Светлана КОВАЛЬСКАЯ,
“НОРИС” медицина үҙәге ойоштороусыһы
һәм етәксеһе.
Читайте нас