Шуныһы ла күңелдә яҡты иҫтәлек булып ҡалды. Атайым йыл да урмандан йәм-йәшел ҡупшы шыршы алып ҡайтыр ҙа өйөбөҙҙең уртаһына ултыртыр ине. Беҙ балалар эй
шатлана-шатлана уны матур тәтәйҙәр, үҙебеҙ эшләгән сылбырҙар менән биҙәр инек. Оло апайым бер ваҡыт Ишембайҙан өйөбөҙгә төрлө төҫтәге лампочкалары балҡып торған гирлянда алып ҡайтты. Ошо гирляндалар күңелгә аңлап бөтмәҫлек шатлыҡ бүләк итә ине. Өйҙән кис ҡайҙалыр сыҡһам, йыраҡтан тәҙрәләребеҙҙән балҡып күренгән, ем-ем янған гирляндалар эргәһенә йүгереп ҡайтыр инем. Улар беҙҙең бәләкәй күңелебеҙгә серле әкиәти донъя бүләк итә ине.
Яңы йыл төнөндә шыршы төбөндә атайым менән әсәйем алдында мин, һеңлеләрем Ләлә, Гүзәл, игеҙәк һыңарым Рим концерт күрһәтә инек: беребеҙ йырлай, икенсебеҙ шиғыр һөйләй, өсөнсөбеҙ бейей, дүртенсебеҙ үҙ ҡулдары менән эшләнгән асылмаларҙы (беҙҙең ғаиләлә бөтәбеҙ ҙә атайыбыҙға оҡшап һүрәт төшөрөргә һәләтле инек) һәммәбеҙгә бүләк итер ине. Булған бит шундай бергә-бергә күңелле, шат, бер ҡайғы әҫәрен күрмәйенсә йәшәгән саҡтар...
Хәҙер инде был яҡты донъяларҙа атайым да, әсәйем дә, оло апайым да, игеҙ һыңарым Рим дә юҡ. 2020 Ҡомаҡ йылы Римде ахирәт донъяһына мәңгелеккә алып китте. Ауылыбыҙға ҡайтһаҡ, өй етемһерәп ҡаршы ала. Ә мәктәп йылдарында Рим менән ярыша-ярыша костюмдар әҙерләүҙәр: ул үҙ ҡулы менән ҡатырға ҡағыҙҙан сынъяһау итеп, иҫ китмәле мушкетер костюмын әҙерләр ине, мин сағыу төҫтәрҙәге обойҙарҙан тегеп, йә ал сәскә, йә һары сәскә, йә күбәләк, йә төлкө булып кейенер инем. Костюмдар буйынса ярышта бөтә класс балалары араһында беҙ мәктәбебеҙҙә беренсе урын алып, ҙу-у-ур Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу уйынсыҡтарын һәм башҡа бүләктәр,
тәмлекәстәр алып, шатлығыбыҙҙан һикерәһикерә өйгә ашыға инек бит.
Ауыл клубындағы байрамдар ҙа шундай күңелле, дәртле булып хәтеребеҙгә уйылып ҡалған. Шыршы тирәләй күңелле итеп әйләнеп, йырлап бейей-бейей Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, йәнлектәр, ҡыш тураһында матур-матур шиғырҙар һөйләп, йырҙар йырлап,
төрлө уйындар ярыштарында әүҙем ҡатнашып, Ҡыш бабайҙың тоғонан бихисап бүләктәр, күстәнәстәр, кәнфит-шоколадтар ала инек. Ә Яңы йылда пар аттарға егелгән саналарҙа ҡар бурандарын туҙҙырып, елдәй елеп, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, гармундарҙа уйнап, йырҙар йырлап, шундай дәртле, күңелле ауыл йәштәре менән бергәләшеп, ҡапҡа алдына килеп туҡтаған мәлдәрҙе онотоп буламы һуң! Беҙгә ауыл балаларына бүләктәр таратыр ине улар. Ҡаршы алырға сыҡҡан халыҡ, Ҡыш бабай
һәм Ҡарһылыу менән бергәләп, гармунсының дәртле көйө аҫтында тыпырҙашып бейешеп тә, йырлашып та алыр ине. Ә беҙ, балалар, муҡсайлап бүләк алғанға, шатлығыбыҙҙың етенсе күгенә менеп бейей инек. Беҙҙең бәләкәстәрҙең хәтерендә ошо Яңы йыл байрамдары тормошобоҙҙоң иң-иң мөғжизәле, иң сағыу хәтирәләре булып ғүмерлеккә күңелебеҙҙә уйылып ҡалыр тип кем уйлаған!? Булған бит шундай саҡтар, һәр нәмәне мөғжизә итеп ҡабул итеүҙәр, әкиәт донъяһында йөҙөүҙәр.
Олоғая бара тормоштоң һәр минуты ҡәҙерләнә бара шул...