Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
10 Ғинуар 2021, 17:42

ЮЛДАРҘЫ ТАҘАРТЫП СЫҒЫРБЫҘ

Хөрмәтле ҡала халҡы! Төнөн яуған көслө ҡар ҡыйынлыҡтар килтерҙе. Быға бәйле ҡаланың торлаҡ коммуналь хужалығы техникаһы тәүлек әйләнәһе эш режимында эшләй, тип яҙа үҙ сәхифәһендә Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Владимир Куликов.

Ҡала башлығы һүҙҙәренсә, юлдарҙы таҙартыуға «Юл-йәшелләндереү эштәре ремонт-төҙөлөш идаралығы» һәм « Ремонт һәм төҙөкләндереү идаралығы»нан 50-нән ашыу техника, тағы ла башҡа торлаҡ коммуналь хужалығы ойошмаларҙан өҫтәмә 14 ҡар таҙартыусы техника йәлеп ителгән, 200-ҙән ашыу кеше эшләй.
Тәү сиратта үҙәк юлдар, күпләп транспорт йөрөгән юлдар ҡарҙан таҙартыласаҡ, артабан ҡалған юлдарға күсәсәкбеҙ. Ихата эсендәге ҡарҙы идара итеүсе компаниялар һәм торлаҡ хужалары ширҡәттәре таҙартырға тейешле. Идара итеүсе компанияларға был эште әүҙемләштерергә ҡуштыҡ.
Күреп тороуығыҙса эштәр дауам итә, шулай ҙа ҡаланы бер мәл эсендә генә таҙартып сығып булмағанын аңлайһығыҙҙыр. Килеп сыҡҡан хәлде аңлау менән ҡабул итеүегеҙҙе һорайым, тигән үҙ сәхифәһендә Владимир Куликов.
Читайте нас