Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
14 Ғинуар 2021, 09:00

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы яңы йылда ла «Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре» проектын дауам итәсәк

Республикала Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә субсидия рәүешендә грант биреүгә конкурс һөҙөмтәләре иғлан ителде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Башҡортостан Республикаһынан ситтә башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре» проекты еңеүселәрҙең береһе тип танылды.

Проект Рәсәй Федерацияһының башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрендә башҡорт мәҙәниәтен һәм телен һаҡлауға, үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Быға тиклем Ҡоролтай ошондай саралар үткәрә килде — 2020 йылда Рәсәйҙең 5 төбәгендә һәм Үзбәкстан Республикаһында Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙҙы. Сара сиктәрендә төрлө форматлы осрашыуҙар: тыуған ерҙән ситтә милли үҙенсәлекте һаҡлау һәм үҫтереү проблемалары буйынса фекер алышыуҙар, башҡорт диаспораһы вәкилдәренә көнүҙәк темалар буйынса консультациялар биреү, мәҙәни-ағартыу саралары күрһәтеү ойошторола. Бынан тыш, башҡорт диаспораларын матди-техник йәһәттән тәьмин итеүгә лә айырым иғтибар бирелә.
https://kurultai.ru
Читайте нас