Риза Мәһәҙиевты яҡындан белеүселәр, яҡташтары бик итәғәтле, изге күңелле кеше ине тип һөйләйҙәр, социаль селтәрҙәрҙә лә шулай яҙалар.
Сәхнәгә баһадир кәүҙәле, бер үк ваҡытта ябай ҙа, мөһабәт тә ир уҙаманы сығып баҫыу менән күңелгә нисектер еңел булып китә, унан тыныслыҡ, сабырлыҡ бөркөлөп тора ине. Ишембай районы Ибрай ауылы егете тыуған яғының матурлығын үҙенә йыйғандай, ошо илаһилыҡ уның моңонда, холоҡ-фиғелендә сағылыш тапҡандыр. Йөрәк түренән урғылып сыҡҡан бәрхәт кеүек йомшаҡ, моңло тауышы Ҡарауылтау ҡаяларына ҡаҡлығып, йәнә ҡайтауаз булып әйләнеп ҡайта ла, тормош мәшәҡәттәренән арыған, талсыҡҡан тамашасы йәнен дауалай, ял иттерә.
Ғүмер йомғағының туҡтап ҡалырын күңеле һиҙенептерме, әле яңыраҡ ҡына декабрь айында бик матур клип әҙерләгән. Уның иң һуңғы яратып башҡарған йыры Ғәлиә Кәлимуллина һүҙҙәренә яҙылған “Һарысәс” йыры. Бына шундай талант эйәһен юғалттыҡ. Был Салауат драма театры өсөн генә түгел, Башҡортостостан сәнғәте, милләтебеҙ өсөн оло юғалтыу. Ваҡытһыҙ, иртә өҙөлдө моң...
Йәнең йәннәттә булһын, фирҙәүес баҡсаларында ожмах ҡошо булып һайра, Ҡарауылтауың. Рәүҙәк буйҙарың юҡһыныр һине, ҡабатланмаҫ моң эйәһе!