Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
18 Ғинуар 2021, 11:55

Милли мөнәсәбәттәр – иң нескә ҡыл

Кемдәр аңламай – бында ултырырға лайыҡ түгел. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфө рәссамы Алёна Савельеваның һүрәттәренә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе. Билдәле булыуынса, ижадсы үҙ картиналарында ярым шәрә кешеләрҙе башҡорт милли кейемдәрендә һәм биҙәүестәрендә төшөргән.

Республика етәксеһе цензура менән шөғөлләнергә йыйынмауын бер нисә тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алды, әммә был һүрәттәр уға ҡәтғи рәүештә оҡшамай. Радий Хәбиров, үҙенең өләсәһенең дә селтәре булыуын, ҡатын-ҡыҙ өсөн ул милли кейемдең иң мөһим элементы, тип атаны. Шуға ла хайуандарса һүрәттәр төшөрөү бер нисек тә күңелгә ятмай һәм бындай әйберҙәр менән һаҡ булайыҡ, тине Башҡортостан башлығы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Алёна Савельеваның һүрәттәре интернет ҡулланыусыларҙа ҡыҙыу бәхәстәр тыуҙырҙы. Рәнйегән кешеләр яуап итеп социаль селтәрҙәрҙә үҙҙәренең милли кейемдәрҙә төшкән фотолары менән флешмоб ойошторҙо.

Читайте нас