Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
18 Ғинуар 2021, 15:10

ҠЫШ БАБАЙ ҘА СИТТӘН ТОРОП ЭШЛӘНЕ

Ҡала хакимиәтендә “Ҡыш Бабай ситтән тороп эшләй” Яңы йыл марафонына йомғаҡ яһалды һәм был проекта ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырылды.

“Ҡыш Бабай ситтән тороп эшләй” – был, йыл һайын уҙғарылып килгән “депутат шыршыһы”на пандемияға бәйле алмашҡа килгән Яңы йыл байрамының яңы форматы.
Яңы йылға тиклем аҙна эсендә “Instagram” селтәрендә ҡатнашырға теләгәндәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды. Йәмғеһе 5 оҫталыҡ дәресе – Яңы йыл шыршыһы, Яңы йыл уйынсыҡтары эшләү, дәртле бейеү, ҡарҙан ҡар һындар әүәләү, йорт шарттарында тәмле перәниктәр бешереү ойошторолдо. Балалар ата-әсәләре менән йәки үҙаллы төрлө әйберҙәр яһаны, перәниктәр бешерҙе, бейене һәм бөтә эштәрен “Instagram”ға һалды. Эштәрҙе ҡала Советы депутаттары һәм оҫталыҡ дәрестәрен ойоштороусылар баһаланы.
Һәр оҫталыҡ дәресендә еңеүселәр иғлан ителде. “Ҡыш Бабай ситтән тороп эшләй” Яңы йыл марафонында ҡатнашыусыларҙың һәммәһе лә ҡала Советы депутаттарынан бүләктәр алды. Бынан тыш, иң шәп башҡарыусылар оҫталыҡ дәрестәрен алып барыусыларҙан – “Ватрушкин” кафеһы, “Тәмле бүләк” ашай торған гөлләмә оҫтаханаһы, ҡаланың үҙәк китапханалар системаһы, “Арт-киңлек” студияһы һәм “World Gym Russia” балалар клубы селтәренән бүләктәр алды.
Марафонда ҡатнашыусыларҙы ҡала округы Советы рәйесе Сергей Бойков ҡотланы. Ул, Яңы йыл марафонында әүҙем ҡатнашҡандары өсөн, балаларға һәм ата-әсәләргә рәхмәт әйтте һәм артабан да уңыштарға ирешеүҙәрен теләне. Шулай уҡ ҡала округы Советы сарала ҡатнашыусыларға рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас