Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
19 Января 2021, 09:34

Әсә лә һин, остаз да, ғаилә тотҡаһы – ҡатын-ҡыҙ

“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” республика конкурсының муниципаль этабы иғлан ителде.

Конкурста өлгөлө ғаиләһе булған, үҙ эшенең оҫталары, йәмәғәт эшендә әүҙемлек күрһәткән 18 йәштән өлкән булған гүзәл заттар ҡатнаша ала.
Бәйге: “Ҡатын-ҡыҙ – әсә”, “Мәҙәниәтсе ҡатын-ҡыҙ”, “Лидер ҡатын-ҡыҙ”, “Ҡатын-ҡыҙ – педагог”, “Ҡатын-ҡыҙ – бизнес-леди”, “Ҡатын-ҡыҙ – йыл өлгөһө”, “Оло йәштәге ҡатын”, “Иң йәш йәмәғәтсе”, “Ҡатын-ҡыҙ – оҫта” номинациялары буйынса үткәрелә.
Конкурста ҡатнашыу өсөн 2021 йылдың 28 ғинуарына тиклем “БР башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте”нең Стәрлетамаҡ бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Электрон портфолионы Zulfiya_Abdul@mail.ru электрон адресына ебәрергә мөмкин.
Белешмә өсөн тел.: 8-917-476-60-20. (18+)

Ойоштороу комитеты.
Фото яндекс.
Читайте нас