“БашРТС теплосбыт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте филиалы идаралығы начальнигы Ольга Маляренко белдереүенсә, йылы өсөн түләү хаҡтарының декабрҙә артып килеүенең төп факторы температураға бәйле икән. Бынан тыш быйыл квитанцияларҙа “Йыллыҡ корректировка” (“Годовая корректировка”) графаһы юҡ. Йәғни йәйге арауыҡ өсөн ҡайтанан иҫәпләү башҡарылмаған, сөнки республика 1/8 түләү алымына күскән. Шулай уҡ йылытыу өсөн иҫәпләү йорттоң энергия сарыф итеүенә, иҫәпләү приборҙарына, йылы юғалтыуға һәм башҡа факторҙарға бәйле. Халыҡтан килгән мөрәжәғәттәр араһында саманан тыш артыҡ йылытыуға зарланыусылар ҙа бар, улар хатта торбаларына япма ябырға мәжбүр. “БашРТС Стәрлетамаҡ” яуаплылығы сикләнелгән йәмғиәт филиалы директоры Руслан Овчинников белдереүенсә, нормативтарға ярашлы, фатирҙағы һауа температураһы тейешленән 4 йәки унан күберәк градусҡа артып киткәндә генә саманан тыш эҫе тип иҫәпләнә икән. Директорҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, нормативтарҙы боҙоу күҙәтелмәгән. Нисек кенә булмаһын, шуныһы үкенесле: сарала ҡатнашыусылар ни өсөн йылытыуға хаҡтарҙың “ат башы”лай арттырылыуына аныҡ ҡына яуап ала алманылар. Үҙ туҡһандары – туҡһан тигәндәй, БашРТС вәкилдәренең яуабында: “һыуыҡ ҡыш”, “ҡыш ҡына түләү” һымаҡ бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатланды ла ҡабатланды... Шуға күрә лә кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ваҡытлыса ведомство-ара комиссия булдырырға ҡарар итте. Комиссияға ҡала Советы депутаттары, Йәмәғәтселек палатаһы ағзалары, идара итеүсе компаниялар, БашРТС вәкилдәре инәсәк. Комиссия йылытыу миҙгеленәдә эшләйәсәк һәм йылытыуға бәйле мәсьәләләрҙең барыһын да ҡараясаҡ. Шулай уҡ йылытыуға бәйле бөтә һорауҙар менән БашРТС-тың рәсми төркөмөнә (
vk.com/bashrts) һылтанмаһы буйынса мөрәжәғәт итергә була.