Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
20 Ғинуар 2021, 14:05
Автобуста битлекһеҙ йөрөһәң...
Стәрлетамаҡта РФ Эске эштәр министрлығының урындағы бүлеге хеҙмәткәрҙәре һәм власть органдарының тулы хоҡуҡлы вәкилдәре тарафынан йәмәғәт транспортында битлек режимын боҙоусыларға рейд үткәрә башлағандан алып бөгөнгә тиклем дөйөм алғанда 98 протокол төҙөлгән.
Үткән аҙнала ғына ла рейд ваҡытында битлек тәртибен боҙоусыларҙың 9-ына протокол төҙөлгән.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың махсус Указына ярашлы (2020 йылдың 7 авгусынан №УГ-111 “юғары әҙерлек режимы”), йәмәғәт транспорты водителдәренең битлекһеҙ пассажирҙарҙы хеҙмәтләндермәҫкә хоҡуғы бар.
Гөлкәй ҠЫУАТОВА.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"