Күҙәтеү эшмәкәрлегенең Стәрлетамаҡ район-ара һәм БР буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт идаралығының профилактик эштәр начальнигы Рәсим Мөхәмәтйәнов көҙгө-ҡышҡы янғын хәүефе арауығында ҡала биләмәһендә янғын хәүефһеҙлеге саралары тураһында һөйләне. Рәсим Рәүеф улы Яңы йыл һәм байрам көндәре ваҡытында үткәрелгән янғын профилактикаһы эштәренә анализ да яһаны.
Күп фатирлы торлаҡ йорттарҙа профилактик саралар үткәреү буйынса иһә ҡала хакимиәте граждандарҙы яҡлау секторының әйҙәүсе белгесе Резеда Ефремова һүҙ тотто, ә сектор мөдире Ольга Комзалова граждандарһы хәүефһеҙлек менән тәьмин итеү буйынса быйылға пландар менән таныштырҙы.