Сарала ҡатнашыусылар йылытыу һәм ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарған өсөн түләүҙәрҙең һәм тарифтарҙың артыу мәсьәләләрен күтәрҙеләр.
Андрей Ермолаев 2020-2021 йылдарҙағы йылытыу арауығында йылытыу өсөн түләү иҫәпләүҙе контролдә тотоу буйынса комиссияның эше тураһында һөйләне. Комиссиға хакимиәт вәкилдәре, ҡала Советы депутаттары, Йәмәғәтселек палатаһы вәкилдәре, Ветерандар советы ағзалары, БашРТС етәкселеге һәм идара итеүсе ойошмалар, шулай уҡ йорт советтары рәйестәре һәм ағзалары инде. 20- се ғинуарҙан алып эшсе төркөм йылытыу өсөн түләүҙәре артып килгән күп фатирлы йорттарҙы тикшерҙе. Комиссия ағзалары мөгәрәптәргә төшөп температура үлсәнеләр, шул рәүешле иҫәпләүҙәрҙең тайпылышһыҙлығын, йорт майҙандарын, йылытыу буйынса хеҙмәттәрҙең сифатын тикшерҙеләр, шулай уҡ дөйөм йорт иҫәпләү приборҙарының эшкинкәнлектәрен тикшерҙеләр. Шул уҡ ваҡытта йылы ҡулланыу параметрҙары иҫәбен ҡарап сыҡтылар.
- Тикшереү барышында «артыҡ йылытыу» осраҡтары ла теркәлде. Декабрҙә тәүлек температураһының -18, - 22 градус тиклем һыуыҡ күрһәткне лә күҙәтелде. Был ваҡытта ТЭЦ торлаҡ йорттарҙа һалҡын булмаһын өсөн йылыны күберәк ебәргәнлеге лә мәғлүм булды. Ләкин ҡалған көндәрҙә температура -6-ға күтәрелгән. Ошо йылы көндәрҙә «артыҡ йылы» осраҡтары теркәлгән дә инде. Уның сәбәбе - бөтә ҡалаға йылы биреүсе ҙур системаның йылы биреү температураһын тиҙ генә көйләү мөмкин түгел,- тип билдәләне Андрей Петрович.
Ә Александр Шатохин иһә йылының нисек итеп «артып китеүен» һәм ҡалала йылы менән тәьмин итеү нисек тормошҡа ашырылыуын аңлатты. Форумда ҡатнашыусыларҙың бәкәлгә һуҡҡан икенсе мәсьәләһе - ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу тарифтарын нисек итеп иҡтисади нигеҙле итергә? Игорь Фёдоров белдереүенсә, күп фатирлы йорттарҙа 1 февралдән тариф 94,63 һум, ә шәхси йорттарҙа тороусылар өсөн 96,1 һум буласаҡ. Бындай тариф 2018 йылда уҡ сығарылған булған, тик Төбәк Башлығы ҡарары менән менән күсерелеп торған, йәғни халыҡ 35 һумдан 75 һумға тиклем кәметелгән хаҡты түләй ине. Февраль айынан билде бишкә бөгөргә тура килә инде.