Унда йыйылыусылар мөһим мәсьәләләрҙе - «Ватан» («Отечество») хәрби-патриотик йәмғиәте эшмәкәрлеге, ҡалалағы йәш армеецтар хәрәкәте үҫеше һәм көҙгө саҡырылыш кампанияһы һөҙөмтәләрен тикшерҙе.
«Ватан» хәрби-патриотик йәмғиәте етәксеһе Евгений Челотканов йәмғиәттең эш йүнәлештәре, 2020 йылда уҙғарылған саралар тураһында һөйләне.
Координацион совет ҡарары менән Стәрлетамаҡ буйынса йәш армеецтар штабы начальнигы итеп 23-сө полилингваль мәктәп директоры урынбаҫары И.Ю.Кухарин һайланды. Ошо йылдан башлап йәш армеецтар хәрәкәте «Зарница» хәрби-спорт уйынын яңыртырға һәм шулай уҡ «Салют» балаларҙы һауыҡтырыу лагеры базаһында йәйге «Юнармеец» лагерына әҙерләнеү эштәрен планлаштыра. Йәштәргә патриотик тәрбиә биреү – беҙҙең иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Йәштән оло быуынға, үҙ илебеҙгә, уның данлы үткәненә, ата-бабаларыбыҙҙың батырлыҡтарына хөрмәт һәм ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү мөһим, - тип йомғаҡланы һүҙен Владимир Иванович.