Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
1 Февраль 2021, 09:10

“Блокада икмәге”н ауыҙ итеп ҡараныҡ

Бынан һигеҙ тиҫтә йылдар элек Ленинградта ҡот осҡос ваҡиғалар була. Фашистар ҡамауында ҡалған халыҡ үлем менән күҙгә-күҙ ҡарап көрәшә. Аслыҡ, хәлһеҙлек, дошман яуы… Әммә совет кешеһе күп ҡорбандар менән булһа ла был афәтте еңеп сыға. Ул йылдарҙағы трагедия ауазы бөгөн дә халыҡ күңелендә йәшәй. Йыл да, мәҫәлән, “Мәңгелек ут” майҙаны янында ирекмәндәр тарафынан “Блокада икмәге” тигән республика акцияһы уҙғарыла. Быйыл ул акция Ленинград блокадаһы тамамланыуҙың 77 йыллығына бағышланды.

Сарала ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов, Еңеү волонтерҙары, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Йәш гвардияһы” көстәренең урындағы бүлексә вәкилдәре һәм ҡала уҡыу йорттары студенттары, уҡыусылары ҡатнашты.
– Билдәле булыуынса, 1944 йылдың 27 ғинуарында Ленинград блокадаһы тамамлана. Был дата Рәсәйҙә Хәрби дан көнө булараҡ билдәләнә. 1941 йылдың 8 сентябренән алып 900 көн дауамында Ленинград халҡы һәм уны һаҡлаусылар оло ҡаһарманлыҡ һәм сыҙамлыҡҡа һынау тота. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, блокада осоронда 400 меңдән миллион ярымға тиклем кеше һәләк була. Ҡала тик Ладога күле аша ҙур ер менән тоташа. 1941 йылдың 12 сентябренән башлап аҙыҡ-түлек һыу юлы аша, күл боҙ менән ҡапланғас, аттарҙа ташыла. Немецтар уны туҡтауһыҙ авиация утына тота. Ошоға ҡарамай, ул халыҡты, яралы һалдаттарҙы эвакуациялау, блокадала ҡалғандарғ аҡорал, аҙыҡ-түлек ташыуҙа мөһим роль уйнай. 1944 йылдың 14 ғинуарында совет ғәскәрҙәре Ленинградта һөжүм операцияһын башлай. Бер-нисә көн барған тигеҙ булмаған алышта, йәғни 27 ғинуарҙа, оҙаҡҡа һуҙылған, меңәрләгән ғүмерҙе ҡыйған блокада өҙөлә һәм Гитлер ғәскәре сигенә. Беҙ был көндө бер ҡасан да онотмаҫҡа тейешбеҙ, – тине ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов сараны асып. Ул шулай уҡ Ленинград блокадаһындағы кешеләрҙең һәм совет һалдаттарының ҡаһарманлыҡтарын онотмаҫҡа саҡырҙы, шул йылдарҙа һәләк булыусыларҙы бер минут тын тороп иҫкә алыуҙы һораны. Сарала ҡатнашыусылар мемориалға сәскә һалды. Акция сиктәрендә сараға йыйылғандарға листовкалар һәм яҡынса рецепт менән Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты әҙерләгән 125 грамм блокада икмәген өләштеләр. Шулай уҡ волонтерҙар бушлай медицина битлектәре таратты.
Әйткәндәй, сарала тетрәндергес ваҡиғаларҙың тере шаһиты ла килгәйне. Ленинград блокадаһын бала сағында үҙ елкәһендә татыған Валентина Константиновна Дергачҡа 84 йәш. Улар ул саҡта әсәһе һәм ҡустыһы менән Украинаға күсеп киткән. Немецтар Украинаны баҫып алған ваҡытҡа тура килеп, йыл ярым оккупацияла йәшәйҙәр. Аҙаҡ һуғыштан һуң үҫеп еткәс, әхирәте менән балаларын уҡытыу маҡсатында, Стәрлетамаҡҡа килеп төпләнәләр. Ул ҡалабыҙҙың 13-сө балалар баҡсаһында мөдир була.
– Йәш быуын был хаҡта онотмаҫҡа тейеш, – тип тамамланы ул һүҙен. Ысынлап та, йәш быуынға ла, өлкәндәргә лә тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәргә кәрәк, тыныс тормошҡа ундай ҡот осҡос хәлдәр башҡа ҡабатланмаһын инде, Хоҙай һаҡлаһын.
Читайте нас