Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно
Йәмғиәт
2 Февраля 2021, 14:22

Мунса- янғын сығанағы.

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетытының янғындарҙы иҫкәртеү хеҙмәте үҙәге хәбәр итеүенсә, мунса, сауналарҙа янғын сығыу осраҡтары ял көндәрендә ҡырҡа арта.Үткән ялдарҙа ғына янғын һүндереүселәр бер нисә тапҡыр янған мунсаны һүндереүгә йәлеп ителгән. Бәхеткә күрә, береһе лә зыян күрмәгән. Янғындың төп сәбәбе - мейестәрҙең төҙөк булмауында.

2021 йылдың ғинуарында ғынала Стәрлетамаҡтың Володарский, Днепр, Пушкин урамдарында урынлашҡан сауналарҙа һәм Стәрлетамаҡ районының Яңы Отрадовка, Наумовка, Кантюковка, Түбәнге Уҫылы ауылдары мунсаларында янғын сығыу осраҡтары теркәлгән. Шулай уҡ Стәрлебаш районы Күндерәк ауылы һәм Ауырғазы районының Толбазы ауылында ла мунсала ут сығыуы тураһында хәбәр килде.
Янғынға бәйле хәлдең киҫкенлеген кәметеү өсөн мейес һәм мөрйәләрҙе ваҡытында таҙартып торорға, ағас ҡорамалдар һәм тиҙ тоҡаныусы әйберҙәрҙе мунса мейесенә яҡын һалмаҫҡа кәңәш итәбеҙ. Усаҡ яҡҡанда күмер-ҡуҙҙар иҙәнгә төшмәүен күҙәтегеҙ. Мунса тоҡандырыу өсөн бензин, кәрәсин һәм башҡа хәүефле яғыулыҡ ҡулланмауығыҙ һәм ут өҫтәп тороуҙы балаларға йөкмәтмәүегеҙ һорала.
Граждандарҙы яҡлау секторы мәғлүмәттәре буйынса.
Читайте нас