Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
4 Февраль 2021, 14:35

Ирекмәнлек эшен хуплап

«Башҡортостан Республикаһы ирекмәне» почет билдәһен алыуға кандидаттарҙы ҡарауҙы юллау старт алды.

Почёт билдәһе республикала социаль проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән бушлай ирекмәнлек эшмәкәрлеге менән мәшғүл булған граждандарҙы дәртләндереү өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән булдырылған.

Почёт билдәһе менән республика территорияһында ирекмәнлек эшмәкәрлеген кәм тигәндә бер йыл үтәгән Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе, һәм шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттары вәкилдәре һәм сит ил граждандары бүләкләнә ала. Дәғүә итеүсенең ирекмәнлек эшмәкәрлеге сәйәси һәм дини өлкәнән башҡа теләһә ҡайһы өлкәлә үтәлергә мөмкин.

Почёт билдәһе тураһында Положение һәм тейешле документтар исемлеге (формалары) Министрлыҡтың рәсми сайтында бирелгән - https://mmps.bashkortostan.ru/activity/25591/.

Үтенес ҡағыҙҙары 4 февралдән 18-нә тиклем Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10-сы йорт (24-се бүлмә) адресы буйынса, Министрлыҡтың һәләтле йәштәргә һәм йәштәр инициативаларына (башланғыстарына) ярҙам итеү бүлегендә ҡабул ителә.

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса.
Читайте нас