Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
5 Февраль 2021, 11:00
«Балалар – беҙҙең бәхет»
«Балалар – беҙҙең бәхет» мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам итә.Ошо исем аҫтында 2018 йылдан Стәрлетамаҡта үҙенсәлекле балалар тәбиәләгән ата-әсәләрҙең төбәк ойошмаһы эшләп килә. Күптән түгел инвалид балаларға ярҙам итеү маҡсатында улар Рәсәй Президенты фондынан грант отҡан.
Был бинаны үҙәк ҡуртымға алып эшләй. Бында килеп эләккән һәр предмет һәм гигиена кәрәк-яраҡтары махсус журналға теркәлә. Анастасия Самойлова үҙенсәлекле балалар менән яңы форматта эшләгән төркөм булдырған. Ата-әсәләр үҙенсәлекле балаларын унда ышанып ҡалдыра ала.
Тыумыштан ниндәй генә ауыр диагноз ҡуйылһа ла, беҙҙең балаларҙың береһе лә артыҡ түгел. Бында мөнәсәбәт яҡшы, улар яҡшы тәрбиә ала.
Анастасия Самойлова, «Балалар – беҙҙең бәхет» үҙәген ойоштороусы.
Иртә ярҙам һәм телмәр үҫтереү үҙәгендә 10-дан ашыу бала шөғөлләнә. Иғтибар, яҡшы мөғәләмә үҙ һөҙөмтәләрен бирә: малай-ҡыҙҙарҙың аралашыу даирәһе арта, улар тәртипкә, бөхтәлеккә һәм көндәлек режимға өйрәнә, ти, белгестәр.
Йорт шарттарында балаһы менән әсә яңғыҙы ғына ултыра. Ә беҙҙең үҙәккә килеү менән башҡа балаларҙан күреп ым-ишара менән аралаша башлай, беҙ кәрәкле хәрәкәттәрҙе көнөнә бер нисә тапҡыр ҡабатлайбыҙ. Балаларҙың ҡалаҡ тотоп ашай башлауын күреп ҡыуанабыҙ.
Светлана Артемьева, «Бәләкәс ирәүәндәр» үҙәге етәксеһе
Үҙәктә Рәсәй Президенты гранты буйынса үҙенсәлекле балаларҙы һауыҡтырыу программаһы киләһе аҙнанан тормошҡа ашырыла башлай. Бында дауалау физкультураһы, массаж, логопед һәм психолог ярҙамы күрһәтеләсәк.
https://bash.news
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"