Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
5 Февраль 2021, 10:10

Һүндерелмәгән тәмәке төпсөгө хәүефле

Стәрлетамаҡта күп фатирлы йорттарҙа сүп сығарыу торбалары янып китеү осраҡтары йышайҙы. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эштәр идаралығының Cтәрлетамаҡ район-ара бүлеге Стәрлетамаҡта күп фатирлы йорттарҙа сүп сығарыу торбалары янып китеү осраҡтарының йышая барыуын билдәләй.

Бындай хәл-ваҡиғалар күбеһенсә сүп үткәргес торбаға йәки контейнерға һүндерелмәгән тәмәке төпсөгө ташлау арҡаһында килеп сыға. Бындай осраҡтарҙа ялҡын ялмап алыу ғына түгел, тиҙ арала йорттоң бөтә ҡаттарына ла таралып өлгөргән һөрөмө лә зыянлы.
Төтөн еҫе бик хәүефле, сөнки кеше, паникаға бирелеп, күреү мөмкинлеге насарайыу сәбәпле, ориентирҙы юғалта, хатта үҙ фатирынан сығыу юлын да таба алмаҫҡа мөмкин. Ағыулы һауа һулаған кеше бер-нисә секунд эсендә аңын юғалтыуы ихтимал, тын ала алмау үлемгә ки лтереү ихтимал.
Күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эштәр идаралығының Cтәрлетамаҡ район-ара бүлеге тәмәке төпсөгөн тәҙрәнән, балкондан, сүп үткәргес торбаға ташларға ярамағанлығы тураһында иҫкәртә.
Ошо талаптарҙы үтәмәү кешеләргә, мөлкәткә зыян килтереүсе янғынға килтерергә мөмкин, ә ғәйепле әҙәмдәр янғын эҙемтәләренә ҡарап, административ йәки енәйәт яуаплылығына тарттырылыуы мөмкин.
Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ, һеҙҙең хәүефһеҙлегегеҙ, иң беренсе үҙегеҙҙән тора.
Шуныһы мәғлүм булһын, Рәсәйҙә дөйөм файҙаланыу урындарында тәмәке тартыу тыйыла. Закон талаптарын боҙоусыларға 500 һумдан алып 1500 һумға тиклем штраф һалына.
Р.Т.Ғасимов, БР күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эштәр идаралығының Cтәрлетамаҡ район-ара бүлеге дознавателе.

Читайте нас