Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
5 Февраль 2021, 07:30

ҺЫУЫТҠЫС ҺАТЫП АЛҒАНДА ЛА “АУЫҘЫҒЫҘ БЕШМӘҺЕН!” Тимур Үҙбәков сауҙа өлкәһе серҙәре менән бүлеште

“Һай, үҙебеҙҙең егет!..” – тап ошо һүҙҙәр менән өндәшәләр ҙә инде көнкүреш техникаһы магазинына килгән һатып алыусылар Тимурҙы күргәс тә. Үҙебеҙҙең милләт һатып алыусылары күп ул, улар менән үҙебеҙсә аралашҡандар ғына аҙ. Әммә һүҙебеҙ башҡорт теле тураһында ғына түгел, беҙгә йәш ғаилә башлығы, көнкүреш техникаһы һатыусы Тимур Үҙбәков әйбер алғанда нисек алданмаҫҡа, ҡасан техника алыу отошло һәм сауҙа өлкәһенең башҡа серҙәре хаҡында һөйләп үтте.

– Ҡайҙа эшләүебеҙгә ҡарамаҫтан, башҡортса аралашырға кәрәк, үҙ халҡыбыҙ менән тел һындырып икенсе телдә һөйләшһәк, тыуған еребеҙҙең патриоты тип ауыҙ тултырып һөйләргә хаҡыбыҙ ҙа юҡ, – тип мөләйем йылмая Тимур Үҙбәков. Уның ҡалала тыуып-үҫеп, төрлө халыҡ вәкилдәре менән эшләүенә ҡарамаҫтан, башҡорт теленә тоғро ҡалыуы һоҡландыра. Әлеге ваҡытта ул Стәрлетамаҡтың “Леран” көнкүреш техникаһы магазинында һатыусы-консультант булып эшләй.

Эшен яратып башҡарған, планды ваҡытында үтәп барған егет – коллегалары араһында ихтирам яулап өлгөргән хеҙмәткәрҙәрҙең береһе. Теләге булған һәр кем һатыусы-консультант булып эшләй ала, тик кәйефең ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, был эштә кешеләр менән аралашыу һәр кем менән уртаҡ тел таба белеү оҫталығы мөһим.

– Ҡайһы берҙә һәр планды ваҡытында ябып барғанға яңы эшкә килгән ҡыҙҙар-егеттәр аптырап ҡуя, тип һөйләй Тимур. – Һәр һатып алыусы һинең менән генә кәңәшләшергә теләген белдерә, кешеләрҙең һиңә тартылыуының сере нимәлә тип һорайҙар, мин уларға бының сере бик ябай – бары тик ихлас итеп һөйләшергә, кешеләргә асыҡ булырға, алдашмай эш алып барырға кәрәк, бигерәк тә башҡорт-татар милләтенән булған һатып алыусылар менән башҡортса һөйләшергә тырышам, шул ваҡытта һатып алыусыларҙың һиңә ышанысы арта, тип яуаплайым, – ти уңған, ышаныслы милләттәшебеҙ. Башҡорттар килһә, улар менән башҡортса һөйләшә, көнкүреш техникаһын һайлағанда нимәләргә иғтибар итергә, тауарҙарҙы сифаты яғынан да яҡшы һәм хаҡтары уртаса кимәлдә булғанын күрһәтә икән Тимур.

– Күптәр ни өсөн минең сифатлы тауарҙы осһоҙ хаҡҡа тәҡдим итергә теләүемде аңламай бер булалар. Ләкин донъяла бөтә нәмә файҙа алыуға, аҡсаға ғына ҡайтып ҡалмай. Үҙеңдең эшең менән милләттәштәреңә, республика халҡына ниндәйҙер яҡшылыҡ, әҙ генә булһа ла күңел йылылығы алып киләһең икән – үҙе бер сауап, изге ғәмәл. Мәҫәлән, көнкүреш техникаһы магазиндарында иҫке, ремонтланған ҡайһы бер техниканың тышҡы торошо талаптарға тура килһә, уға яңы техниканың хаҡын ҡуйып һатырға ҡушалар. Мин үҙем һатып алыусыларға тураһын әйтәм, был техника ремонттан һуң ҡуйылған тип, йә булмаһа техниканың гарантия ваҡытын оҙағыраҡҡа алырға тәҡдим итәм, – тип кәңәштәре менән дә бүлешә һатыусы. Тимур Үҙбәков һөйләүенсә, гарантия ваҡыты бөтмәйенсә техникалары ватылып, өр-яңыға алыштырып алғандар ҙа булғылай икән.

Көнкүреш техникаһын өйрәнеү курстарын үткән, һатыу буйынса бик күп тәжрибә туплаған Тимурҙан ниндәй ташламалар, акциялар һәм көнкүреш техникаһының сифат буйынса башҡа магазиндарҙан нимәһе менән айырылғанлығы тураһында мәғлүмәт алдыҡ. Баҡтиһәң, ватылып, ремонттан һуң булған көнкүреш техникаларынан “ҡотолоу” өсөн ҙур ташламалар ҡуйыла икән. Донъя көндән-көн алға бара, яңынан-яңы көнкүреш техникалары сығыу сәбәпле, сифатлы булғандарына ла төрлө акциялар, ташламалар булып тора. Уларҙы магазиндарҙың махсус сайттарынан күҙәтеп барған кешеләр генә «эләктереп» өлгөрә. Уларҙы “шоппинг һунарсылары” тип йөрөтәләр икән. Шулай уҡ магазиндар араһында конкурентлыҡ көслө булғанлыҡ арҡаһында ла үҙҙәренә һатып алыусыларҙы йәлеп итеү өсөн дә ойошторола икән бындай акция көндәре.

Һатыусылар ғына түгел, башҡа өлкәләрҙә лә Тимур кеүек ышаныслы, үҙ эшен намыҫ менән башҡарған, “был бит беҙҙекеләр!” тип әйтерлек башҡорт уландары һәм ҡыҙҙары күберәк булһын ине. Ә Тимур Үҙбәковҡа инде һайлап алған һөнәре буйынса яңынан-яңы үрҙәр яулауын, даими һатып алыусылары күбәйеүен теләйек!

Гөлкәй ҠЫУАТОВА.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.
Читайте нас