“Яңы концепцияны тормошҡа ашырыу халыҡты республика етештереүселәренең тәбиғи продукцияһы менән иң ҡулайлы хаҡҡа тәьмин итергә, йәрминкәлә ҡатнашыусыларға эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырырға, урындағы халыҡ өсөн дә, килгән ҡунаҡтар өсөн дә үҙенә тартып торорҙай йәрминкә урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк”, – тип һөйләй БР сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
Пилот проекты Өфөнөң Дим районында эшләй башланы ла инде. Ул тейешле ҡорамалдар, шул иҫәптән, етештереүселәр һатып бөтөлмәгән тауарын ҡалдырып китә алһын өсөн һыуытҡыс камералар менән йыһазландырылған. Ябыҡ форматтағы йәрминкә, һауа торошо ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, йыл әйләнәһенә эшләргә форсат бирә.
Әйткәндәй, ошондай павильондар Стәрлетамаҡта, Салауатта, Нефтекамала, Октябрьскийҙа ла буласаҡ тип планлаштырыла. Әлеге ваҡытта был объекттар проектлана һәм уларҙы урынлаштырыу өсөн урын һайлайҙар.