Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
10 Февраль 2021, 15:00

Радий Хәбиров – тәүге дүртәү иҫәбендә

“Медиология” компанияһы ғинуарға Рәсәй губернаторҙары рейтингын әҙерләне. Башҡортостан Башлығы – дүртенсе, ә Волга буйы федераль округы башлыҡтары рейтингында беренсе урынды яуланы.

Дөйөм рейтингта беренсе урында – Мәскәү мэры Сергей Собянин, икенселә – Мәскәү өлкәһе губернаторы Андрей Воробьев, өсөнсөлә – Санкт-Петербург губернаторы Александр Беглов. Әйткәндәй, дөйөм рейтингта Башҡортостан Башлығы Чечня етәксеһе Рамзан Ҡадировтан бер баҫҡысҡа юғарыраҡ урынлашты. Күрше Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов – туғыҙынсы урында.
“Медиология” компанияһы Радий Хәбировтың ниңә беренсе баҫҡысты яулауына аңлатма бирҙе. Төп нигеҙҙәрҙең береһе – Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы паспорттарҙы ғәмәлгә индереү идеяһы булды. Уларҙы ковид менән ауырыған һәм ҡанында антиматдәләр булған, шулай уҡ вакцина яһатҡан кешеләр алырға тейеш ине. Күп тә үтмәй, етәкселек концепцияны үҙгәртеп, паспортты QR коды менән алмаштырырға ҡарар итте. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә республика етәксеһе 28 ғинуарҙан төбәктә коронавирус сире таралыу арҡаһында индерелгән сикләүҙәрҙе этаплап ғәмәлдән сығарыу тураһында хәбәр итте.
Шулай уҡ Радий Хәбиров республика Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы менән Өфө мэрияһының 8 ғинуарҙа баш ҡалаға ингән ерҙә башланған юл айырсаһын ремонтлауға әҙерлеген тәнҡитләгәйне.
Фото: utv.ru
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас