Программала ҡатнашыусылар “стратегия”, “коммерция эшмәкәрлеге”, “етештереү һәм логистика”, “персоналға идара итеү”, “һанлаштырыу” кеүек йүнәлештәр буйынса белемен камиллаштыра. Уларға ысын “заказсылар” өсөн һөҙөмтәлелекте арттырыу йәһәтенән 50 юл картаһы төҙөү бурысы йөкмәтелә. Киләсәктә алынған белем бындай проекттарҙы үҙаллы тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирәсәк.
Ун һигеҙенсе тапҡыр ойошторолған уҡыуҙа бөтә Рәсәйҙән 500-ҙән ашыу идарасы ҡатнаша. Улар – 31 төбәктәге 80-дән ашыу предприятие вәкилдәре.
Әйткәндәй, “Етештереү лидерҙары” Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы тарафынан “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашҡан предприятиеларға ярҙам күрһәтеү йәһәтенән тормошҡа ашырылған системалы сараларҙың береһен тәшкил итә. Ул илдең төп бизнес-мәктәптәре менән берлектә Бөтә Рәсәй тышҡы сауҙа академияһы нигеҙендә уҙғарыла.