Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
15 Март 2021, 11:05

«Осраҡлы» (көтөлмәгән) коррупция хупланасаҡ

Был хаҡта Дәүләт Думаһы закон проекты сығарҙы.

Әгәр ҙә коррупцияға ҡаршы нормалар тышҡы, кешенең үҙенән тормаған сәбәптәр арҡаһында барлыҡҡа килгән икән, уны яуаплыҡҡа тарттырмаҫҡа ла була, - , тиелә закон проектында. Дәүләт Думаһы депутаттары был закон проектын беренсе уҡыуҙа уҡ хупланы. Хәҙер чиновниктар, судьялар, прокурорҙар, хәрби хеҙмәткәрҙәр коррупцияға ҡаршы нормаларҙы боҙған өсөн яуапҡа тарттырылмаҫҡа ла мөмкин. Ер тетрәү, һыу баҫыу, дауыл, янғын, эпидемия, баш күтәреү, хәрби хәрәкәттар, теракттар – тап шул «ярлыҡау» сәбәптәренә ҡарай ҙа инде. Һанап үткән ҡатламдарға ҡараған граждандарға «хата»һын төҙәтергә төгәл бер ай бирелә. Тик улар был проекты «хаталанған» һайын ҡуллана алмай, фәҡәт «осраҡлы» коррупция икәнлеген иҫбатларға ла кәрәк буласаҡ әле.
Читайте нас