Сара Ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда ташҡынға ҡаршы ҡала экстрен хеҙмәттәренең техник күргәҙмәләре менән танышып сығыуҙан башланып китте. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының урынбаҫары Ирек Сәғитов, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР Дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Владимир Куликов, хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Юрий Тротт һәм башҡалар ташҡынға әҙерлек көстәрен ентекләп ҡарап сыҡтылар һәм баһаланылар. Ирек Хәйривара һүҙҙәренә ҡарағанда, әҙерлек кимәле яҡшы, тейешле матди-техник база бар, көслө ташҡын була ҡалһа ҡала халҡына ярҙам итерҙәй махсус өйрәтелгән кешеләр етерлек. Ҡала предприятиелары хеҙмәткәрҙәре иҫәбенән күҙәтеү һәм халыҡҡа еткереү урындары булдырылған. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмау һәм бөтөрөү өсөн ҡотҡарыу кәрәк-яраҡтары – барыһы ла бар. Йылғалар ташҡан ваҡытта һыу баҫыу ҡурҡынысы көтөлгән ерҙәрҙә йәмәғәтселек тәртибен тәьмин итеү өсөн Стәрлетамаҡ буйынса Рәсәй Эске эштәр идаралығы көстәре, ә янғынды һүндереү өсөн янғын-ҡотҡарыу гарнизоны дежур итеүселәре, шулай уҡ беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн – тиҙ медицина ярҙамы бригадалары күптән әҙер инде. Шулай уҡ урам буйлап бөтә халыҡҡа хәбәр итеп йөрөүсе махсус автомобилдәр шул мәлде көтөп кенә торған һымаҡ, бер һүҙ менән әйткәндә ҡала ташҡынды ҡаршыларға әҙер.
Ҡала хакимиәтендә артабан үткәрелгән кәңәшмәлә яҙғы ташҡын үҫешен фаразлау, санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәү һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәләрен йомшартыу буйынса сараларҙы ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхиттең мониторингыһы буйынса Башҡоростан идаралығы начальнигы Вилора Грохольская йылғаларҙың ҡышҡы һыуы элекке йылдар менән сағыштырғанда 20-30 процентҡа юғары тип тип белдерҙе. Ағиҙел йылғаһының тупраҡ дымланыу тәрәнлеге 75 мм, был нормаға яҡын. Ағиҙел йылғаһының Стәрлетамаҡ районындағы максималь кимәле 390-490 сантиметрға етер тип көтөлә.
БР буйынса ҡулланыусылар хоҡуғын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәт идаралығының территориаль (биләмә) бүлеге начальнигы Алмаз Сәләхов ташҡын ваҡытында санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәү тураһында бәйән итте. Һыу үткәреү һәм канализацион ҡорамалдарҙың һәм селтәрҙәрҙең санитар торошо контролгә алынған. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, быйыл гигиена һәм эпидемиология үҙәге филиалы эсә торған һыуҙың 6 пробаһын алып тикшергән, уларҙың барыһы ла санитар норма талаптарына яуап биргән. Шулай уҡ кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Йомағужа һәм Нөгөш һыу һаҡлағыстарының эше тураһында ла фекер алыштылар. Берҙәм диспетчер хеҙмәттәренең һыу ташыу тураһында мәғлүмәтте ваҡытында еткерергә тейешлеге тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Хакимиәт башлығы Владимир Куликов ташҡынға ҡаршы ҡала комиссияһы һәм авария-ҡотҡарыу хеҙмәттәренең әҙерлеге тураһында һөйләне. Һыу баҫыу ихтималлығы булған ерҙәрҙә йәшәүселәр менән аңлатыу эштәре алып барыла. Хәбәр итеү приборҙары тикшерелә, предприятиеларҙа авария-ҡотҡарыу бригадалары араһында учениелар үткәрелеп тора. Шулай уҡ йылғаларҙың акваторияһы һәм күперҙәр торошо мониторингы алып барыла. «Ҡала ташҡынды йырып сығырға әҙер», тип билдәләне Владимир Иванович.
Сара һуңында Ирек Сәғитов «БСК» акционерҙар йәмғиәтенә смотр-конкурста граждан оборонаһының яҡлау ҡорамалдарын яҡшы тотҡандары өсөн Нижегороск өлкәһе буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш министрлығы дәүләт учреждениеһының 1-се урын алыу тураһындағы дипломын, ә «Межрайкоммунводоканал» муниципаль унитар предприятиеһына ошо уҡ конкурста 3-сө урын алыу тураһында диплом тапшырҙы. Шул тиклем юғары кимәлдәге әҙерлек булғанда быйылғы ташҡынды ла еңербеҙ тигән өмөт ҡалды.
ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП: 15 мартта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы етәксеһе Вилора Горохольская Башҡортостанда яҙғы ташҡынға яҡынса фараз менән таныштырҙы.
«Һыуҙың максималь кимәле норманан 10 процентҡа түбәнерәк булыуы көтөлә, — тине Вилора Горохольская. — Ләкин максималь кимәлде үткән осраҡта дала һәм тау йылғалары янында урынлашҡан ауылдарҙы һыу баҫыуы ихтимал».
Ведомство башлығы билдәләүенсә, төбәктә һалҡын һауа торошо март аҙағына тиклем һаҡлана, ошо аҙнаның һуңында бер аҙ йылыта.
«Ләкин ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына йылыта, аҙаҡ теромометр бағанаһының -5,-10 күрһәтеүе мөмкин, көндөҙ иһә ҡояш нурҙары аҫтында +2,-3 градус була», — тине Башгидрометүҙәк етәксеһе.
Анығыраҡ мәғлүмәттәр 25 мартҡа билдәле була, улар өҫтәмә рәүештә хәбәр ителә. Махсус хеҙмәттәрҙең, шул иҫәптән Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр, Экология министрлыҡтары яҙғы ташҡынды ҡаршы алырға әҙер.