Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
16 Март 2021, 05:50

Пластик баҫып килә Кешелекте...

Бөтә донъя ҡулланыусыларҙы яҡлау көнөнә ҡарата ...Һуңғы ун йыл эсендә генә лә Ер йөҙөндә бынан алдағы йөҙ йыл эсендәгегә ҡарағанда ла күберәк пластик етештерелгән. Шулай, йыш ҡына хәҙерге заман цивилизацияһының рәхәтлектәре кешеләр өсөн уңайлыҡтар булдырып ҡына ҡалмай, ә тәбиғәткә төҙәлмәҫ юғалтыуҙар килтерә.

Бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һаба, ҡапсыҡтар, тоҡтар, шешәләр һәм төрлө-төрлө һауыттар – беҙ көн һайын “етештергән” иң күп таралған пластик сүп-сар төрҙәре. Шуларҙың ни бары биш кенә проценты ҡайтанан эшкәртелеп ҡабаттан көнкүрештә ҡулланыла.
Пластик изделиелар тирә-яҡ мөхиткә етди зыян килтергәне бер кемгә лә яңыылҡ түгел. Уларҙы етештергән заводтар, атмосфераға йылына 400 миллион тоннаға тиклем углекислый газ бүлеп сығара һәм бөгөн, пластик ашап ағыуланыу арҡаһында, йәнлектәрҙең 800 төрө – юҡҡа сығыу хәүефе аҫтында!
Улай ғына ла түгел, бер тапҡыр ҡулланыла торған ҡапсыҡтар, ҡалаларҙың канализация системаһына тығылып, эшлектән сығара.
Нисек кенә булмаһын, пластик тарҡалһын өсөн ике йөҙ йыл ваҡыт кәрәк. Ергә эләгеп, пластмасса ваҡ ҡына киҫәктәргә тарҡала һәм тирә-яҡ мөхиткә производствола ҡушылған химик матдәләрҙе бүлеп сығара. Был хлор, төрлө химикаттар булыуы ихтимал, мәҫәлән, ағыулы йәки канцерогенлы ялҡынға ҡаршы матдәләр. Ә һөҙөмтәлә ер аҫты һыуҙары аша пластиктың микрогранулалары һәм химикаттары яҡындағы һыу сығанаҡтарына һарҡып үтеп инә, йыш ҡына ошо арҡала күпләп йәнлектәр ҡырыла, тиҫтәләрсә меңләгән балыҡтар, ҡоштар, киттар, тюлендәр, ташбаҡалар һ.б. һәләк була инде.
Был глобаль һәм халыҡ-ара проблема кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап итә. Бер тапҡыр ҡулланыла торған пластмасса йыл һайын етештерелгән бөтә пластиктың 50 процентын тәшкил итә, ҡасан да булһа етештерелгән пластик изделиеларҙың яртыһы һуңғы 15 йыл эсендә сығарылған. Берләшкән милләттәр ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, донъялағы океанға йыл һайын 8 миллион тоннаға тиклем пластик сығарып ташланыла. Етештерелгән пластиктың 40 проценты бер тапҡыр ҡулланылғандан һуң ырғытыла.
Ошоға бәйле донъяның күп илдәре пластик изделиелар етештереүҙе һәм ҡулланыуҙы тыйыуҙы индерә бара. Заманса ҡаптар баҙарының төп тренды булып бер йылдан артығыраҡ тәбиғәттә тарҡалмай торған теләһә ҡайһы аҙыҡ тараһынан яйлап баш тартыу тора.
Рәсәйҙә пластик ҡалдыҡтар проблемаһы бөтә донъялағы һымаҡ уҡ киҫкен тора. Яйлап ҡына пластикты эшкәртеү предприятиелары барлыҡҡа килә, көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыуҙы йәйелдереү буйынса халыҡ менән эш алып барыла. Шул уҡ ваҡытта һәр кем дә пластик проблемаһы менән көрәшкә үҙ өлөшөн индерә ала. Яуаплы ҡулланыусылар булып китеү өсөн реаль ысулдар бар: әйберҙе һатып алғанда ныҡлы уйлап алырға, тәбиғи ресурстарҙы рациональ тотонорға, пластик тара һәм полиэтилен ҡапсыҡтарҙан мөмкин тиклем максималь рәүештә баш тартырға, ҡалдыҡтарҙы айырырға һәм эшкәртеүгә тапшырырға...
Тәү ҡарашҡа был саралар әллә ни әһәмиәтле булып күренмәҫкә лә мөмкин, әммә кеше экология тураһында, был донңяла үҙенең урыны, киләсәк быуын тураһында ни тиклем күберәк уйланһа, һөҙөмтәһе лә шул тиклем нығыраҡ һиҙеләсәк. Һеҙҙең тәжрибәгеҙ башҡаларға өлгө буласаҡ һәм планетабыҙ тураһында хәстәрләргә этәргес буласаҡ.
Беҙ үҙенә алһыҙ-ялһыҙ хәстәр һәм һаҡсыл ҡараш талап иткән йәшел планетала йәшәйбеҙ – шуны онотмаһаҡ ине!..
Регина ФӘТТӘХОВА, Башҡортостан гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең Стәрлетамаҡ филиалы юристконсульты.
Фото: Яндекс.
Читайте нас