Бөгөн бөтә донъяла ҙур кризис бара.Ошондай кризис минең уҡыуымса тик Икенсе Донъя һуғышы алдынан ғына булған.Тимәк,шул ваҡыттан бирле 76 йыл уҙып киткән... Был - үҙе бер оло кеше ғүмере,шулаймы?Тимәк,кризис булыуына аптырарға ярамай.
Эйе,пандемия әлеге кризисты тағы ла тәрәнәйтеп ебәрҙе. Һеҙ шикләнгән "Спутникты"алырға хыялланып та, ала алмаған кешеләр бөгөн тотош Европала меңәрләп һәләк була.Мин йәшәгән илдә лә халыҡ алырға теләйһә лә, "өҫтәгеләр" алырға теләмәй һәм уны насар тигән ялған хәбәр тарата,сөнки әгәр Рәсәйҙән "Спутнигын"һатып алһалар,илебеҙ кеҫәһенә миллиардлаған аҡсалар инәсәк.Ә был диңгеҙ артындағы илгә оҡшамай,сөнки ул борон-борондан Тыуған илебеҙҙең дошманы булып килде һәм илебеҙҙең алға сығыуын һәм яҡшы йәшәүен теләмәй. Илдәр һәм дәүләттәр -улар бер ҙур ғаилә кеүек,тугандар,тағы ла сағыштырып ҡарағыҙ:ә һеҙ үҙегеҙ ғаиләгеҙҙә нисек йәшәйһегеҙ?Бер ата,бер әсәнән тыуған ябай ғына ғаиләлә лә бит бер-береһенән көнләшкән балалар була!Шулай түгелме ни?
Йомғаҡлап,бында "Спутник"хаҡында хыялланған ябай халыҡҡа уның һаман да барып етмәүе АҠСАҒА,КӨНСӨЛЛӨККӘ бәйле,әле мин шуны аңлатырға тырыштым.Мин йәшәгән илдә,шулай уҡ Словакияла ла,мәҫәлән,һаулыҡ һаҡлау министрҙары алмашынды. Кем халыҡҡа ярҙам итергә теләй-уларға эшләргә бирмәйҙәр, ә миллиардерҙарҙы халыҡтың үлеүе борсомай.
Шулай ҙа Европала айыҡ аҡыл менән эш иткән дәүләттәр ҙә бар: шуларҙың береһе Германия,Италия,Франция - барыһы ла медицина үҫешкән илдәр. Бына улар Астра-Зенека вакцинаһын,мәҫәлән,алырға теләмәйҙәр, һәм "Спутник"етештереү өсөн лицензия һатып алды.Тимәк,Европа, барыбер,теләйме ул,юкмы, беҙҙең Спутникты ҡаҙатасаҡ.Нисек килеп сыға һуң? Артыҡ ғорур сәйәсмәндәр беҙҙең вакцинаны икенсе ҡулдан,йәки Германия,Франция,Италиянан һатып аласаҡ.Сөнки диңгеҙ артынан килтерелгән вакцинаның юл хаҡы ҡушылып,берҙән,ҡиммәт булыуы,икенсенән,дауаламауын белгән хәлдә унан баш тарталар.
Бөгөнгө дегитализация заманында интернетта яҙылған ЯЛҒАН ХӘБӘРҘӘРГӘ ышанып һаулығығыҙҙы ҡулығыҙҙан ысҡындармағыҙ!Сөнки унда ялған хәбәрҙәрҙе илебеҙҙең дошмандары Рәсәй халҡы күберәк үлһен, "Спутникка"ышанмаһын, вакциналар алмаһын өсөн эшләй.Үкенескә ҡаршы,был -бысраҡ сәйәсәт.Ләкин был факт.
Хәҙер бер аҙ төшөндөгөҙ инде,ҡалғанын айыҡ аҡыл менән үҙегеҙ хәл итегеҙ!Һаулығығыҙ үҙегеҙҙең ҡулда,уҡығыҙ ҙа,башҡаарға ла аңлатығыҙ,дуҫтар,сәләмәт булығыҙ!Тыуған илебеҙҙә шундай донъя кимәлендә юғары баһа алған дарыу табылған икән,быға,минеңсә,ғорурланырға ғына кәрәк!
Барығыҙға ла сәләмәтлек,именлек теләп калам!