«Февралдә үҙ теләгем менән эштән китеү тураһында ғариза яҙҙым. Кисә Өфө ҡалаһы хакимиәтендә һуңғы көн эшләнем. Яңы эшем хакимиәт структураһында түгел, ләкин Өфөлә, әлегә вариант бар. Ошо вариантты һайларбыҙ, шул иҫәптән киң мәғлүмәт саралары менән эшләрбеҙ тип уйлайым. Дүшәмбе эшкә урынлашырға барам. Әлегә аҙыраҡ ял итеп алам», — тине элекке чиновник.
«Башинформ»ға сығанаҡтан билдәле булыуынса, Өфө мэрияһының элекке матбуғат секретарының яңы эш урыны юл тармағы менән бәйле.
Мәғлүмәт-аналитика идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы итеп начальник урынбаҫары Лариса Сәлихова тәғәйенләнде.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.