Ир Стамбулда йәшәгән булған, интернет аша аралашҡандан һуң Өфөлә йәшәгән ҡатын Төркиәгә барырға ризалаша. Осрашҡандан һуң отелдә йәшәргә ҡарар итәләр, тик тиҙҙән ир һәм ҡатын араһында низағ тыуа. Кискә ҡарай ир кеше иҫереп, яңы танышын туҡмай башлай.