Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
23 Март 2021, 05:45

ТАЖЛЫ ВИРУС ВАҠЫТЫНДА АҠ ФӘРЕШТӘЛӘР ҺЫМАҠ

Дипломлы табиптарға бөгөндән вакансия барКүптән түгел ҡала хакимиәтендә Стәрлетамаҡ медицина колледжы студенттары ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов һәм ҡаланың медицина ойошмалары етәкселәре менән осраштылар. Владимир Куликов медколледж студенттарының беренселәрҙән булып яңы тажлы вирус менән көрәшеүҙә волонтерҙар рәтенә баҫыуҙарын билдәләп үтте.

– Билдәһеҙ зараза алдында ҡурҡып ҡалмайынса, дәрестәрҙән һуң госпиталдәргә табиптарға ярҙам итер өсөн ашыҡтығыҙ. Шуның өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә. Һеҙ илебеҙ киләсәге, элита һеҙ, – тип тә өҫтәне ул сикһеҙ ғорурлыҡ менән. Стәрлетамаҡ медицина округы буйынса БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгесе, ҡала балалар дауаханаһының баш табибы Борис Шәрипов иһә осрашыуҙың төп маҡсаты – сығарылыш студенттарын Стәрлетамаҡ медицина учреждениеларына эшкә саҡырыу, тип билдәләп үтте. Ул барлыҡ Стәрлетамаҡ медицина округын хеҙмәтләндереүсе балалар дауаханаһының эше тураһында ла һөйләне.
1-се ҡала клиник дауаханаһының баш табибы Андрей Палтусов һәм 2-се ҡала дауаханаһының баш табибы Эльвира Ғилуанова сығарылыш студенттарын үҙҙәренең медицина учреждениеларының эше менән таныштырҙы, буш вакансиялар һәм эшкә урынлашыу шарттары тураһында һөйләне. Улар ҙа студенттарға пандемия башланыу менән инфекцион госпиталь итеп үҙгәртелгән 2-се дауаханаһы табиптарына ярҙам иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе.
– Бөтә медколледжға, уның етәксеһе Вил Рәшит улы Ибраһимовҡа яңы тажлы вирустың тәүге ике тулҡынында беҙҙең менән бергә булыуығыҙ өсөн ихлас йөрәктән рәхмәт. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәргә битлек тегеп тә ярҙам иттегеҙ, беҙгә практика үтергә лә бик ваҡытлы килдегеҙ. Регистратурала, инеү урындарында, күсмә бригадаларҙа эшләп һеҙ иҫ китмәле тәжрибә тупланығыҙ. Был тәжрибәне артабанғы эшегеҙҙә ҡулланырығыҙға иманым камил, - тине Эльвира Рәшит ҡыҙы. Тиҙ медицина ярҙамы эше тураһында баш табип Илдар Әлхәмов бәйән итте. Уларҙың көндәлек фиҙаҡәр хеҙмәтенә һоҡланмау мөмкин түгел. Сөнки улар йылдың һәр миҙгелендә лә - алғы һыҙыҡта.
Стәрлетамаҡ медицина колледжы директоры Вил Ибраһимов колледждың республикала ҡала етәкселеге һәм медицина ойошмалары менән даими осрашыуҙар үткәреүсе уҡыу йорттарының береһе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул ҡыҙыл зонала тажлы вирустың беренсе тулҡынында табиптарға ярҙам иткән 2020 йылғы сығарылыш студенттарына ихлас рәхмәттәрен еткерҙе. Вил Рәшит улының һүҙҙәренә ҡарағанда, колледж беренселәрҙән булып республика Башлығы саҡырыуына яуап итеп “ашығыс ярҙам” белгестәрен әҙерләй башлаған. Ул студенттарҙы, ҡайҙа ғына эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, Стәрлетамаҡ медицина колледжы сығарылыш студенты тигән исемгә тап төшөрмәҫкә саҡырҙы.
Владимир Иванович һәм уның урынбаҫары Михаил Григорьев COVID-19 тажлы инфекцияһы менән көрәштә Стәрлетамаҡтың медицина хеҙмәткәрҙәренә әүҙем ярҙам иткәндәре өсөн студенттарға рәхмәт хаттары тапшырҙы. Медколледждың студенттар советы рәйесе Айгөн (Айгун) Гусейнова осрашыуҙы ойоштороусыларға рәхмәт әйтте һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең абруйы, дәрәжәһе беренсе урында тора, тип белдерҙе.
Иң мөһиме: хәҙерге хеҙмәт баҙарында медколледж тамамлаған белгестәр береһе лә эшһеҙ ҡалмаясаҡ. Ә уларҙың күбеһенә Стәрлетамаҡ медицина учреждениялары бөгөндән үк вакансиялар тәҡдим итә.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото ҡала хакимиәте сайтынан алынды.
Читайте нас