Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
26 Март 2021, 11:35

Өфө мэрының элекке матбуғат секретарының яңы эш урыны билдәле булды

Өфө мэрының элекке матбуғат секретарының яңы эш урыны билдәле булды. Марсель Байдәүләтов «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Компанияның сайтында яңы хеҙмәткәр тураһында мәғлүмәттәр баҫылып сыҡты, ә «Предприятие етәкселеге» бүлегендә Марсель Байдәүләтовтың фотоһы тора.

Бынан алда «Башинформ» Өфө мэрияһының элекке матбуғат секретарының яңы эш урыны юл тармағы менән бәйле булыуы тураһында хәбәр иткәйне.
Марсель Байдәүләтов ҡала хакимиәтендә ике йылдан ашыу эшләне, ә быйыл февралдә үҙ теләге менән эштән китеү тураһында ғариза яҙҙы.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас