Фильм беҙҙең көндәрҙә Ливияла барған ысынбарлыҡтағы ваҡиғалар нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Рәсәй социологы Максим Шугалей һәм уның юлдашы, тәржемәсе Самер Суэйфан дошманлашҡан төркөмдәргә бүленгән был илгә рәсми саҡырыу буйынса баралар. Уларҙың бурысы – хәрби хәрәкәттәргә нөктә ҡуйырлыҡ тикшереү үткәреү була. Ләкин эш барышында улар ҡулына Ливиянан ситкә сыҡмаҫҡа тейешле мәғлүмәт эләгә. Һөҙөмтәлә ҡулға алынған рус белгестәре бер йылдан оҙағыраҡ шәхси төрмәлә мыҫҡыллау һәм язалауға дусар була. Урындағы власть, Рәсәйҙә тыйылған “Ислам дәүләте” һәм хатта АҠШ вәкиллеге менән дә бәйләйҙәр тотҡонлоҡҡа эләгеү ваҡиғаһын...
Улар рәсми ғәйепте көтөп ала алмай яфалана. Мәсьәләне дипломатик рәүештә хәл итергә маташыу һөҙөмтә бирмәй һәм Рәсәй ҡотҡарыу операцияһын уйлай башлай. Сәйәси интригалар, көсөргәнешле хәрби ваҡиғаларҙы тыныс ҡына ҡарап булмай – фильмды төшөрөүселәр экранда ҡоро яңылыҡтарҙа күренмәгәндең барыһын да ярып һала алған. Геройҙарҙы ауыр саҡта ла шаярыу хисе ташламай, улар бирешмәй, яҡындарым менән күрешермен тигән күңелдәрендә булған остоҡ ҡына өмөт уларҙы көндән көн тере икәнлегенә инандыра. Был эпизодтарҙы күҙәткәндә иректә хөрриәт иткән, көндәлектәге ығы-зығы мәшәҡәткә күмелеп ҡалған тормоштоң ҡәҙере иҫкә төшөп киткәндәй...
Нисек кенә булмаһын, фильм геройының прототибы Максим Шугалей, ниһайәт, үткән йыл аҙағында, шәхсән Владимир Путиндың ҡатнашлығында тыуған иленә әйләнеп ҡайтты. “Һәр көнөгөҙҙө аҙаҡҡыһы һымаҡ итеп йәшәгеҙ, өлгөрмәүегеҙ бар”, – тине Шугалей бер әңгәмәһендә. Кинола күргән геройымдың ысынбарлыҡта әсирлектән ҡотолоуын ишеткәс, күргәс уның яҡындары өсөн ысын йөрәктән шатландым. Киноһы кино менән, ысынбарлыҡтағы ваҡиғаның шулай тамамланыуы шатландыра. Пандемия арҡаһында сит илдә ҡалһынмы, хәрби-сәйәси конфликт арҡаһында ҡайта алмаһындармы – ҡалай ғына булмаһын, беҙҙекеләр үҙҙәренекен ташламай! Иң мөһиме: өмөттәр менән, тормоштоң йәмен һәм тәмен тойоп йәшәйек!