«Бизнес-контакт» коворкингында ҡалабыҙҙың иң әүҙем зыялылары Башҡортостан ҡалалалары үҫеше институтының эксперттары менән осрашты. Ҡунаҡтар институттың эшмәкәрлек йүнәлештәре, ғәмәлдәге һәм тормошҡа ашырыласаҡ проекттар тураһында һүҙ алып барҙы. Улар шулай уҡ ниндәйҙер проектты тормошҡа ашырғанда ҡала кммуникацияһының мөһим булыуын, йәғни йәмәғәтселек, ҡала халҡы, бизнес һәм власть органдарының бер төптән булыуы мөһимлеген билдәләп үттеләр. Эксперттар шулай уҡ уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса Стәрлетамаҡ ҡатнашҡан Бөтә Рәсәй конкурстары тураһында ла һөйләнеләр. Иғтибарҙы ҡаланың боронғо тарихи өлөшөнә йүнәлттеләр. Бында өс төп нөктәне билдәләп үтеү урынлы була – «Салауат» кинокомплексы алдындағы йәйәүле зона, «Ашҡаҙар» йылғаһы буйындағы пляж һәм Киров исемендәге парк ҡалабыҙҙың йөҙөк ҡашы һымаҡ үҙенә тартып тора!