Жәүфирә менән Хәниф Нәсхетдиновтар, Шахтау ҡасабаһында төпләнеп, үҙ йортонда бик матур итеп донъя көтә. Кескәй генә ер киҫәген ожмах баҡсһына әйләндергән уңған хужа! Йорт-ҡураһын ялт иттереп тота. Ниндәй генә емеш-еләк, йәшелсә үҫтермәйҙәр баҡсаларында! Хатта ҡош-ҡортон да аҫрарға форсат табалар.
Транспорттың бөтә төрөн дә үҙләштергән юғары класлы водителдең эш стажы ғына ла 48 йыл! Ҡулына килеп эләккән һәр техникаға ла йән өрөү һәләтенә эйә ул. Хатта япон машинаһын да һүтеп-йыйып йүнәтеү уның оҫта ҡулдары өсөн бер ни тормай. Ә инде эштән бушаған арала өҙҙөрөп гамунда уйнап ебәрә!
Хәниф Ғәзим улының йәнә лә бер һоҡланғыс һәләте - шағирлыҡ. Алыҫ Төмән өлкәһенең Тубыл ҡалаһында 25 йыл йәшәп, тыуған ерҙең, тыуған яҡ һауаһының, һыуының тәменә сарсап ҡайтҡан Әлшәй егете эш араһында матур-матур шиғырҙар яҙырға ла форсат таба. Ҡайһы ғына темаға арналһа ла күңел ҡылдарын сиртерлек шиғырҙар ижад итә ул. Ғөмүмән, ҡайҙа ғына эшләһә лә, иң тәүҙә шағир булып ҡала. Ҡәләм менән дәфтәре лә һәр ваҡыт ҡуйынында. Илһамы килгәндә, хатта дәфтәре булмаған хәлдә лә бер яйын табып һыҙғылап, яҙмаһын берәй ҡағыҙ киҫәгенә теркәп ҡуя. Әгәр уның шиғырҙарын китап итеп баҫтырһаң, әллә күпме йыйынтыҡ сығарырға булыр ине. Итәғәтле, юғары мәҙәниәтле, тыйнаҡ кеше булараҡ, ул бер ҡасан да “Мин – шағир!” тип күкрәк һуғып йөрөмәй. Әле бына Стәрлетамаҡтың 255 йыллығына арнап бик матур шиғыр яҙған. Йәмәғәте Жәүфирә ханым менән ағинәйҙәр сафына килгәс тә, улар шунда уҡ эште йәнләндереп ебәрҙе. Хәниф Ғәзим улы махсус Стәрлетамаҡ ағинәйҙәре өсөн шиғыр яҙҙы һәм хәҙер уны ағинәйҙәребеҙ гимн итеп алды. “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тип тап ана шундай күп яҡлы һәләт эйәләренә әйтәләр ҙә инде.
Әйткәндәй, улдары Илдар менән Динар, ата-әсәһенең эшен дауам итеп, ғаиләләре менән Тубыл ҡалаһында төпләнгән.
Башҡаларға өлгө булырлыҡ ошо матур ғаиләгә киләсәктә бәхетле оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек, бер-береһенә терәк-таяныс булып, ҡалабыҙҙың күрке булып йәшәүен теләйек! Үҙҙәре төҙөгән бәхет утрауында һәр саҡ шат тауыштар ғына яңғырап торһон! Күңел түренән сыҡҡан илһам шишмәләре туҡтамай урғылып торһон! Башҡарған эштәре, ҡылған изге ғәмәлдәре үҙҙәренә йөҙләтә әйләнеп ҡайтһын!
Күҙ генә теймәһен уларға! Һәр башланғысын хуплап, дәртләндереп торған ҡатыны - Жәүфирәһе менән ҡулға-ҡул тотоношоп, бәхетле атай, ҡартатай булып, ил түрендә хөрмәт ҡаҙанып йәшәргә яҙһын аҡһаҡал ҡорона ингән ир уҙаманына!
Иң изге теләктәр менән, Стәрлетамаҡ ағинәйҙәре.
Күңелдәр саф, күңелдәр көр
Тыуған ерҙән көс-дәрт алып