“Ул майға тиклем балалар йортонда йәшәр ҙә бит, унан һуң әсәһенән әсәлек хоҡуғын тартып аласаҡтар. Ә малай ғүмерлеккә шунда ҡаласаҡ. Ваняның әсәһе эсмәй, ул 14 мең һум эш хаҡына йәшәй, шул аҡсанан тәҙрә ҡуйҙырған өсөн кредит түләй. Ҡалғаны ашарға ҡала. Ул үҙе генә ремонт яһай алмай”, – тип хәбәр итәләр “Изгелек йәйғоро”нан.
Волонтерҙар аҡса йыйып төҙөлөш материалдары һатып алған һәм әле фатирға ремонт яһай башлаған да инде. Регина Биргулиеваға барлығы 48 мең һум аҡса йыйылған.
“Беҙ хәҙер ремонт эшләп бөттөк тиергә була. Һыу үткәрҙек, обойҙар йәбештереп сыҡтыҡ. Ирекмәндәр барыһын да үҙ ҡулдары менән эшләне. Әле кухняға гарнитур һатып алырға йыйынабыҙ, карауат менән өҫтәл алырға ҡалды – әлегә уларына аҡса юҡ. Ремонтты эшләп бөтөү менән опеканы саҡыртып, эшләгән эшебеҙҙе күрһәтергә уйлайбыҙ һәм Ванечканы беҙгә кире ҡайтарасаҡтар. Ғаиләгә бөтә характеристикаларҙы йыйҙыҡ инде”, – тип хәбәр итә ирекмәндәр.
Әйткәндәй, нәҡ “Изгелек йәйғоро” ойошмаһы арҡаһында йәмәғәтселек ҡиәфәте ғәҙәти булмаған София Ғизәтуллина исемле ҡыҙ бала тураһында белгәйне. Ҡыҙҙы ул саҡта балалар баҡсаһына алырға теләмәйҙәр тигән мәғлүмәт таралғайны, һәр хәлдә иремәндәр уға ярҙам итеп, табиптар ҡыҙға операция яһаны.